Йәмғиәт өсөн юл асыҡ02.11.2013
Өфөлә ойоштороу кәңәшмәһе уҙҙы. Унда Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының төбәк бүлексәһе төҙөлдө. Сараға йыйылыусылар бүлексә штабын, өс рәйестәште һәм контроль-ревизия органдарын һайланы. Үҙәк штабтан унда Рәсәй Президенты ҡарамағындағы бала мәнфәғәтендәге ғәмәлдәр милли стратегияһын тормошҡа ашырыу буйынса координация советы ағзаһы Елена Суторнина ҡатнашты. Ул билдәләүенсә, халыҡ фронты бөтә йәмғиәт — йәштәр, ветерандар, Рәсәйгә битараф булмағандарҙың барыһы өсөн дә асыҡ. Төп бурыс — һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, фәҡирлекте юҡҡа сығарыу, үҙенсәлекле Рәсәй цивилизацияһын һаҡлап ҡалыу. Халыҡ фронты киҫкен мәсьәләләр тикшерелгән майҙансыҡҡа әүерелергә тейеш.
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, мәғариф, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте буйынса комитет рәйесе Эльвира Айытҡолова, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты проректоры Максим Михайлов һәм Сауҙа-сәнәғәт палатаһы вице-президенты Азат Фазлыев бүлексә рәйестәштәре итеп һайланды. Ойоштороусылар иҫәбенә уҡытыусылар, табиптар, журналистар, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, эшҡыуарҙар, ведомство етәкселәре инде. Эльвира Айытҡолова әйтеүенсә, хәҙер инде республиканың ҡала, райондарында бүлексәләр ойоштороу бурысы тора.