Янғынды сығарыу анһат...02.11.2013
Башҡортостан Хөкүмәте йортондағы кәңәшмә ултырышында янғын хәүефһеҙлеге мәсьәләләре тикшерелде. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр комиссияһы рәйесе Марат Мәһәҙиев ут сығыу хәүефе проблемаһы киҫкен торған райондарҙың хакимиәт башлыҡтарын видеоселектор аша тыңланы.
Төбәктә йыл башынан 3 мең 416 янғын сыҡҡан, уларҙа 282 кеше фажиғәле һәләк булған. Саҡмағош, Ишембай, Яңауыл, Благовещен һәм Тәтешле яҡтарында быйыл үлемесле осраҡтар былтырғы менән сағыштырғанда күберәк. Шулай ҙа урындарҙа янғынға ҡаршы көрәш эше ирекле янғын һүндереү дружиналары арҡаһында яйға һалыныуын һәр хакимиәт башлығы билдәләне. “Ҡыҙыл әтәс” ҡуныуҙың сәбәптәре шул уҡ: электр сымдарының төҙөк булмауы, мейестең иҫкереүе… Ут төртөү осраҡтары ла йышайған. Күберәк иҫерек килеш ут менән һаҡһыҙ ҡыланғандарҙың өйҙәре яна.