Күңелдәр сафланһын31.12.2011
Таңсулпан ҒАРИПОВА, яҙыусы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты:

— 2011 йыл. Тиҙҙән уның һуңғы сәғәттәре, көрт аҫтында ҡалған ҡауландай, тарих төпкөлөнә уйылыр. 2010 йыл үҙенең өтөп-көйҙөрөп алып барған эҫеләре, ҡоро елдәре, янғындары менән ҡурҡыта биреп алғайны. Быйылғы йыл, шөкөр, эҫенән, ҡоролоҡтан ярылған ер яраларын шифалы ямғырҙары менән йыуҙы, сарсауҙан йәшәүгә өмөтө ҡалмаған ағас тамырҙарына ҡабаттан һут йүгерҙе — июнь аҙаҡтарында, һуңлап булһа ла, имәндәр шаулап япраҡ ярҙы. Ҡырҙарыбыҙҙа иген уңды, ағастарҙа емеш мул булды, түтәлдәрҙә йәшелсә емерелеп үҫте. Крәҫтиән хужалыҡтары малға ҡышҡа етерлек кенә түгел, киләһе йылда ла ашатырлыҡ аҙыҡ запасы туплай алды. Ауыл һәм ҡалаларҙа ла күп ғаиләләр өй туйланы. Иң ҡыуаныслыһы: республикабыҙ халҡы Яңы 2012 йылға барлыҡта-байманлыҡта, татыулыҡта-берлектә аяҡ баҫа.
Ҡояш системаһының галактиканың “ҡара ярыҡ” тип исемләнгән күсәре аша үтеренә теүәл бер йыл бар, ә гравитацион тулҡын ғәзиз бишегебеҙҙе ана нисек һелкетә! Хатта ҡалалар ғына түгел, тотош штаттар һыу эсендә ҡала, Европа һыуҙан тонсоға, сәсәй... Ошондай катаклизмдар заманында имен үткән һәр көнөбөҙ өсөн Хоҙайға шөкөр итеп, ғүмерҙең, һаулыҡтың ҡәҙерен белеп йәшәрлек. Ағас ҡоромаһын өсөн дым кәрәк булһа, халыҡ йәшәһен өсөн иман кәрәк. Иман һәм рух кеше менән бергә тыумай — ул тәрбиә, Хоҙайға инаныу, әсә һөтө, әсә теле, ауыҙ-тел ижады, тарихы һәм әҙәбиәте аша инә. Бына шулай — халыҡты мәңге йәш, мәңге йәшел, мәңге тере итә торған һыулау. Һыулауҙарыбыҙҙы һайыҡтырмайыҡ, ҡәрҙәштәр! Аҡ ҡыштың аҡ ҡары менән күңелдәребеҙҙе сафландырып, Яңы йылға яңы өмөттәр менән аяҡ баҫайыҡ. Амин.

Марат КӘРИМОВ, Башҡортостандың халыҡ шағиры:

— 2012 йылда, боронғо майя халҡының әйтеүенсә, ахырызаман булаһы икән. Ул ахырызаман, минеңсә, беҙ әллә нисәмә йыл йән аҫраған бахыр заман бөтөүенә ишаралыр. Шулайҙыр! Әле килгән йыл яңы замандың башылыр. Ул яңы заманды мин дөрөҫлөк, ғәҙеллек һәм татыулыҡ тантана иткән заман тип күҙ алдына баҫтырам.
Әйҙәгеҙ, шул яңы заман тупһаһына күтәренке кәйеф, яҡты өмөттәр менән аяҡ баҫайыҡ.

Әмир ӘМИНЕВ, яҙыусы, “Ағиҙел” журналының баш мөхәррире:

— “Башҡортостан” гәзите аша иң беренсе нәүбәттә үҙемдең уҡыусыларымды, “Ағиҙел” журналының дуҫтарын, ғөмүмән, әҙәбиәт һөйөүселәрҙе, мәҙәниәт, сәнғәт өлкәһендә эшләүселәрҙе Яңы йыл менән ихлас тәбрикләйем.
Яңы йылда хыял-ниәттәрегеҙ тормошҡа ашһын, эшләнеп бөтмәгән эштәрегеҙ тамамланһын. Һеҙгә осошло уйҙар, ҡанатлы ынтылыштар, һаулыҡ һәм именлек теләйем!


Вернуться назад