Барыбыҙ ҙа бер тамырҙан01.11.2013
Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин:
– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Әл-хәмдү лил-ләһи раббил-ғаләмин Үәс-саләтү үәс-сәләмү ғәлә мүхәммәдән үә ғәлә әлиһи үә әсхәбиһи әжмәғин.
Аллаһ Тәғәлә Ер йөҙөндәге бөтә кешегә: «Эй, әҙәм балалары! Мин һеҙҙе бер атанан, бер әсәнән яраттым, йәғни атабыҙ – Әҙәм, әсәбеҙ – Һауа», – тип мөрәжәғәт итә. Бөгөнгө генетика ғалимдары ла бөтәбеҙҙең гены бер кешегә барып тоташыуын раҫлай. Әммә Хоҙай Тәғәлә үҙенең хикмәте менән кешеләрҙе төрлө халыҡ, төрлө милләт итеп яратҡан.
Аллаһ Тәғәлә төрлө телдәрҙе кешеләрҙең бер-береһе менән танышыуы, аралашыуы, шулай уҡ мәғрифәтте, фәнде үҫтереү, уңыш-ҡаҙаныштарҙы уртаҡлашыу, яҡшылыҡ таратыу өсөн биргән. Ерҙәге бөтә кеше тыуғандан алып тел менән эшләй. Иң тәүҙә әҙәм балаһы әсә телен өйрәнә, бынан һуң дәүләт һәм сит ил телдәрен үҙләштерә. Шулай уҡ бөтә тормошон, эшмәкәрлеген тел ғилеменә арнаған кешеләр күп: ғалимдар, тәржемәселәр һәм башҡа белгестәр. Һәр телдең үҙ байлығы, үҙенә генә хас фәлсәфәһе бар. Шуға күрә тәржемә менән шөғөлләнеүселәр ошо нескәлектәрҙе, һәр телдең мәғәнәүи һәм грамматик үҙенсәлектәрен белергә тейеш. Мәҡәлдәрҙе лә бит һүҙмә-һүҙ тәржемә итеп булмай, юғиһә улар икенсе мәғәнә аласаҡ.
Бөгөн донъяла булған һәр милләт үҙен юғарыраҡ күтәрергә тырыша. Хоҙай Тәғәлә былай тип аңлата: «Һеҙҙең иң хөрмәтлегеҙ – Аллаһ Тәғәләнең ҡанундарын күберәк үтәгән милләт». Ҡөрьәндә бөтә милләттәрҙең дә тигеҙлеге хаҡында әйтелә. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә: «Һеҙ бөтәгеҙ ҙә – Әҙәм ғәләйһис-сәләм балалары, ә ул тупраҡтан яратылған», – тигән. Пәйғәмбәребеҙ үҙе ғәрәп булған, һәм күп кенә ғәрәптәр Исламға килгән. Уларҙан тыш, башҡа милләт вәкилдәре лә ошо динде һайлаған. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм был хаҡта: «Ғәрәптәрҙең башҡа милләт вәкилдәре алдында өҫтөнлөгө юҡ, һәм башҡа халыҡтар ҙа ғәрәптәрҙән өҫтөн түгел», – тигән. Шуға күрә беҙ, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, бер-беребеҙҙе тигеҙ күреп, дуҫ йәшәргә тейешбеҙ.
Бөгөн Башҡортостанда йөҙҙән ашыу милләт вәкилдәре йәшәй. Уларҙың ҡайһы берәүҙәре бында – йөҙ йыл элек, икенселәре ике йөҙ йыл элек төпләнгән. Күршеләр менән татыу булыу Ислам диненең бәрәкәтен һаҡлай. Пәйғәмбәребеҙ ҙә: «Күрше хаҡын үтәү – ул иң ҙур бурыс», – тигән. Халҡыбыҙҙың «Күрше хаҡы – Тәңре хаҡы» тигән мәҡәле лә бик фәһемле: Ислам диненең бөйөк тәғлимәтен онотмай, күршеләребеҙ, башҡа милләт вәкилдәре менән бергә татыу йәшәргә, республикабыҙҙың иҡтисади, рухи һәм башҡа өлкәләрен үҫтереү маҡсатында ҡулға-ҡул тотоношоп хеҙмәт итергә, бер-беребеҙҙе һәр ваҡыт асыҡ йөҙ менән ҡаршыларға тейешбеҙ. Шул саҡта ғына бәрәкәт буласаҡ. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.