Яңы йыл сәғәте һуҡҡанда31.12.2011
Уралыма, бына, йыл яңыртып,
Байрам бүләк итә ер-күгем.
Аҡ моңдарға сорнап яуған ҡарҙар
Керпектәргә элә бөртөгөн.

Шәмдәлдәрҙә, беҙҙең күңелдәрҙә
Төндәр яҡтырырлыҡ нурҙар бар.
Йөрәктәрҙе беҙҙең асып һалыр,
Күтәреп тә алыр йырҙар бар.

Һуға сәғәт!.. Матур
теләктәрҙең
Түбәһендә ваҡыт — тантана.
Ҡотлауҙарҙың йылылары йәндә
Ҡыуаныстар булып ятлана.

Күтәрәйек, дуҫтар,
байрам һыйын,
Күтәреләйек беҙ үҙебеҙ!
Яңы йылға күсһен табын йыры,
Яңы йылға күсһен һүҙебеҙ.

Именлектә беҙҙең йәшәүҙәрҙе
Ерем-күгем туйлай урамда.
Ризалатып, риза булып донъя
Яңы йылды башлай Уралда.

Хәсән НАЗАР


Вернуться назад