Һаулыҡ – ҙур байлыҡ!01.11.2013
Энергетик эсемлектең зыяны ҙур
Улым йыш ҡына “Red Bull” кеүек эсемлектәр ала. Уларҙың зыяны тураһында әйтеп ҡараһам да, тыңламай. Айырыуса сессия мәле етһә, баланың һаулығы өсөн ҡайғырам. Энергетиктарҙың организмға хәүефе тураһында ентекләберәк яҙһағыҙ ине.
Резида ТИМЕРХАНОВА.
Өфө районы.
Башҡа табиптар һымаҡ уҡ, мин дә энергетиктарға ҡырҡа ҡаршымын. Рекламала уларҙы һәр яҡлап маҡтап маташһалар ҙа, йәш организмға зыяны шаҡтай икәне көн кеүек асыҡ. Уларҙың составында кофеин, башҡа эсемлектәр менән сағыштырғанда, күберәк. Самалап ҡулланғанда, үҙәк нервы системаһына ыңғай йоғонто яһай, әлбиттә, тик энергетиктарға кеше тиҙ өйрәнә. Бынан тыш, тахикардия һәм тиҙ ҡыҙыусанлыҡҡа сәбәпсе ул. Организмдағы кальцийҙы ла кофеин тиҙ йыуып сығара. Энергетиктарҙы йыш ҡулланған кешенең тәүҙә йоҡоһо ҡаса, һуңынан башы йыш ауырта башлай. Иғтибарҙы бер нәмәгә йүнәлтеү һәләте юғала. Шуға ла өлкәндәргә энергетикты көнөнә бер банканан күберәк эсергә ярамай. 14 йәшкә тиклемге балаларға иһә был эсемлекте бөтөнләй тәмләп ҡарарға кәңәш итмәйем. Энергетиктар ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙарына ла сәбәпсе була. Уны алкоголле эсемлектәр менән ҡушып эсеүҙән ҡәтғи рәүештә тыйылырға кәрәк. Уны эскәндән һуң өс-биш сәғәт дауамында сәй йә кофе эсеүҙән баш тартыу зарур.
Луиза ҒӘЛИМОВА,
Өфө районының
Авдон участка дауаханаһы табибы.
Һалҡын тейгәндә дарыуһыҙ ғына…
Әгәр баланың тән температураһы юғары булһа, уның ус төбөнә йоҡа ғына итеп киҫелгән тоҙло ҡыяр бәйләгеҙ. Әгәр ун-ун биш минуттан температураһы төшмәһә, ҡыяр киҫәген алмаштырығыҙ.
Тымау тейһә, тары бутҡаһы ҡотҡарыр. Ҡуйы бутҡаны ҡайнар килеш етен туҡыманан тегелгән бәләкәй генә янсыҡтарға тултырығыҙ ҙа гаймор ҡыуышлығы өҫтөнә урынлаштырығыҙ.
Тимрәүҙән һарымһаҡлы бал ҡотҡарыр
Тимрәүҙе балға һарымһаҡ ҡушып яһалған боламыҡ яҡшы дауалай. Бының өсөн ваҡ ҡырғыста ыуылған һарымһаҡҡа шул уҡ күләмдә бал ҡушып болғаталар. Килеп сыҡҡан дарыуҙы төнгөлөккә тәндең зарарланған урындарына һөртөп, тығыҙ туҡыма менән бәйләп ҡуялар. Ә иртән бәйҙе алғас, тимрәү урынын аш һеркәһе ҡушылған һыу менән йыуығыҙ.
Баш шаулауҙан ҡотолоу юлы
Һарымһаҡлы төнәтмә склероздан һәм баш шаулауҙан яҡшы сара булып һанала. Ул былай яһала: ярты литрлыҡ банканың 1/3 өлөшөнә әрсеп ваҡланған һарымһаҡ һалығыҙ ҙа банканы тултырып спирт ҡойоғоҙ. Һауытты ҡара ҡағыҙ йә туҡымаға төрөп, ун көн йылыла тотоғоҙ. Төнәтмәне көнөнә өс тапҡыр ашар алдынан егерме тамсылап ярты стакан һөткә һалып эсегеҙ. Дауалау курсы — ике аҙна. Бер аҙна ял иткәндән һуң, процедураны ҡабатлағыҙ.
Баш шаулауҙан шулай уҡ мелисса (лимонлы бөтнөк) ярҙам итә. Уны сей килеш ашау һәм киптереп сәйгә, кеүәҫ йә компотҡа ҡушып эсеү ҙә файҙалы. Мелисса сәйен гел ҡулланырға мөмкин, уның бер ниндәй ҙә зыяны юҡ.
Циститтан — содалы һөт
Содалы һөт — циститты дауалауҙа бик һөҙөмтәле сара. Йылытылған бер стакан һөткә ярты сәй ҡалағы сода һалып, болғатып эсегеҙ. Көнөнә 5 - 6 стакан ҡулланырға кәңәш ителә. Һуңғыһын йоҡлар алдынан эсеп ятһағыҙ, иртәнсәккә хәлегеҙ күпкә яҡшырыр.
Ҡан тамырҙары өсөн гимнастика
Бик аҙ ваҡыт талап иткән, әммә ғәжәйеп файҙалы был гимнастиканы Австралия табибы Рудольф Бройс тәҡдим итә.
Салҡан ятҡас, уң аяғығыҙҙы күтәреп 5 – 8 секунд тотоғоҙ һәм төшөрмәйенсә генә бер аҙ һелкеткеләгеҙ. Унан төшөрөп, 8 секунд ҡымшанмайынса ятығыҙ.
Шунан һуң икенсе аяғығыҙ менән дә ошо уҡ күнегеүҙе яһағыҙ. Йәнә 8 секундлыҡ тәнәфес кәрәк. Күнегеүҙе ике аяҡты бер юлы күтәреп тә ҡабатлағыҙ.
Гиманстика тамамланғас, тамырҙарҙа ҡан йүгереп киткәнсе ҡыймылдамай ғына ятып тороғоҙ.
Йоҡоһоҙлоҡтан үлән мендәре
XVIII быуатта Англия короле Георг III тәмле итеп йоҡлау өсөн организмға тынысландырғыс йоғонтоло, шифалы үҫемлектәр тултырылған мендәр ҡулланған.
Ул түбәндәгесә яһала: киптерелгән валерианаға бер үк күләмдә бөтнөк, ҡамыр ағасы сәскәһе, рауза таждары, гөлйемеш, сейә, ҡарағат япраҡтары һәм ылыҫ ҡушып болғатығыҙ. Шул ҡатнашманы баш аҫтына ҡуйырҙай мендәргә тултырығыҙ. Шифалы еҫе осоп бөтмәһен өсөн көндөҙ яҫтыҡты полиэтилен тоҡта һаҡлағыҙ.
Топинамбур артритты дауалай
Инде ун йыл артриттан ғазапланам. Дауаланыу серҙәрем дә бар. Был рецептты ҡасандыр бер журналда уҡығайным. Дөрөҫ, ул дауаламай, шулай ҙа ауыртыуҙы бик яҡшы баҫа. Төнәтмә былай яһала: 5 – 7 литр һыуға бер килограмм йәшел йә иһә киптерелгән топинамбур япраҡтарын һалып, 20 минут буйы һүрән утта ҡайнатығыҙ. Унан бер өлөш төнәтмәгә ете өлөш һыу ҡушып болғатығыҙ. Ошо төнәтмә ваннаһында 15 минут ятығыҙ. Һәр процедуранан һуң ауыртҡан урындарға массаж яһағыҙ. Дауаланыу курсы — 20 көн. Йәнә егерме көнлөк тәнәфес яһағандан һуң ошо рәүешле өс курс эшләгеҙ.
Зәйтүнә ҒАЯЗОВА.
Туймазы ҡалаһы.