Психолог фекере01.11.2013
Балаға нисек ярҙам итергә?
Өсөнсө класҡа барған малайым уҡыу йылын хөрт башланы. Тиҙ арый, класташтары менән уртаҡ тел таба алмай. Көндәлегендә “өслө” билдәләре күбәйҙе. Балаға нисек ярҙам итергә икән?
Эльвира ЛОТФУЛЛИНА.
Учалы районы.

Тәү сиратта класс етәксеһе менән һөйләшеп, насар өлгәшеүенең сәбәптәрен асыҡлағыҙ. Бының өс сәбәбе булыуы ихтимал: биологик, социаль көсөргәнеш һәм бөтөн нәмәне йөрәккә яҡын алыуы. Бәләнең башы балаға иғтибар етмәүҙә булыуы ла ихтимал. Бәлки, класташтарының береһе менән аралары боҙолоп, әлеге аңлашылмаусанлыҡты кисерә алмайҙыр. Әлегә, башланғыс класта уҡығанда, ундай проблеманы хәл итеүе ҡыйын түгел. Баланы мәктәп психологына алып барып ҡарағыҙ. Тик бишенсе класҡа тиклем хәлде көйләргә кәрәк. Балала уҡыуға ҡарата ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыу — мөһим шарттарҙың береһе. Төрлө энциклопедияларҙы, мауыҡтырғыс китаптарҙы бергә уҡығыҙ. Шул рәүешле балағыҙға ярҙам ҡулы һуҙырһығыҙ.


Ҡәйнәм күп өйрәтә
Иремдең ата-әсәһе менән бергә йәшәйбеҙ. Ҡәйнәм һәйбәт кеше, тик ул бер туҡтауһыҙ мине өйрәтә. Йә теге нәмәне дөрөҫ эшләмәгәнмен, йә быныһын ошолайтһаң, һәйбәтерәк була, тип маҙаға тейә. Уның һүҙҙәренән хәтерем ҡала. Араларҙы боҙмай ғына был хәлде нисек төҙәтергә?
Ләйлә.
Илеш районы.

Ләйлә, ҡәйнәң үҙ өйөндә үҙе генә хужабикә булып өйрәнгән. Өйгә килен төшкәс тә тәртиптәрен үҙгәртергә теләмәй. Шунлыҡтан ул һеҙгә ҡарата остаз ролен алған да инде. Бының өсөн бер кем менән дә араны боҙорға, мөнәсәбәт асыҡларға кәрәкмәй. Ҡәйнәң һине ҡыҙы урынына күрә һәм үҙе белгәнде өйрәтеп ҡалырға тырыша.
Әлегә уның ҡағиҙәләрен ҡабул итергә тырыш. Ҡәйнәңдән мөмкин тиклем күберәк өйрәнеп ҡалырға ынтыл. Иң мөһиме — иреңде ҡәйнәң менән ике арала килеп сыҡҡан аңлашылмаусанлыҡҡа ҡыҫтырма. Кешеләр бер-береһенә өйрәнгәс, был ҡыйынлыҡтар артта ҡалыр.


Вернуться назад