Һатып алыусы мөйөшө01.11.2013
Ҡабы булыуы мотлаҡ түгел

Салонда телефон һатып алғайным. Бер йылға гарантияһы ла бар, тинеләр. Дүрт ай үтеү менән ул боҙолдо. Барлыҡ документтары менән салонға алып барғайным, ремонтҡа ҡабул итеү өсөн телефон һалынған ҡатырға ҡапты ла һоранылар. Уны ташлауымды ишеткәс, тауарҙы алыуҙан баш тарттылар. Имеш, ҡапһыҙ ярамай. Һатыусылар дөрөҫ дәғүә белдерәме?

Динислам.
Туймазы ҡалаһы.

— Ҡап тауарҙы имен-аман күсереп йөрөтөү өсөн генә тәғәйенләнгән. Һеҙ уны, ғөмүмән, һаҡларға тейеш түгелһегеҙ, һәм һатыусының быға ҡағылышлы дәғүә белдереүе урынһыҙ. Ҡаптар мәсьәләһенә бәйле осраҡта “Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау тураһында”ғы Закондың 25-се статьяһында билдәләнгән тауарҙар ғына иҫәпкә алынмай, тик улар араһында электр-көнкүреш тауарҙары һәм гарантия ваҡыты билдәләнгән приборҙар юҡ.
Магазинда боҙолған тауарҙы ҡабул итергә теләмәүҙәре “Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау тураһында”ғы Закондың 16-сы статьяһындағы 2-се пунктты һәм ошо уҡ Закондың 18-се статьяһындағы 5-се пунктты боҙоуға килтерә. Шуға күрә телефонығыҙҙы, һис шикһеҙ, ҡапһыҙ килеш тә алырға һәм уны йә йүнәтергә, йә хаҡын кире ҡайтарырға тейештәр.
Әгәр тағы ла ҡабул итеүҙән баш тартһалар, һатыусыға яҙма ғариза бирегеҙ һәм унда талаптарығыҙҙы күрһәтегеҙ. Был осраҡта ла алмаһа, унан баш тартыуы хаҡында ҡул ҡуйҙырып алығыҙ һәм юрисҡа мөрәжәғәт итегеҙ. Мотлаҡ ике дана ғариза яҙығыҙ, береһен һатыусыға бирегеҙ, икенсеһен уның ҡабул итеп алыуы тураһындағы ҡултамғаһы менән үҙегеҙҙә һаҡлағыҙ.


Вернуться назад