Мөгәрәп01.11.2013
МөгәрәпТөҙөлөш эштәрен ниңәлер йәйге мәшәҡәт тип һанарға күнеккәнбеҙ. Балсыҡ менән эшләү, һылау, бәлки, йылы көндәр генә талап итәлер, ә башҡаһын йыл әйләнәһенә башҡарырға була. Мәҫәлән, ҡоҙоҡто февраль айында — һыу “ҡасҡас” — ҡаҙалар. Бүтән эштәрҙең дә тәғәйен ваҡыты юҡ. Бигерәк тә үҫтерелгән уңышыңды һаҡлауға ҡағылһа. Бөгөн мөгәрәп, ҡар баҙы тураһында һөйләшеп алайыҡ.
Йәшелсәне һаҡлау өсөн мөгәрәптән дә ҡулайы юҡтыр. Ата-баба уға һәм ҡар баҙына юҡҡа ғына өҫтөнлөк бирмәгән. Мөгәрәп ҡоро, ә ҡар баҙы дымлы, һалҡыныраҡ була. Ҙурлығы хужанан тора, ә бына тәрәнлеге 2 метрҙан да кәм булмаһын. Ғәҙәттә, “ике ҡатлы” итеп төҙөйҙәр. Тәүге өлөшө мөгәрәпте ҡаплап тора, ҡыйыҡ формаһында була. Ул ҡыш ҡарҙан һаҡлай, йәй ямғыр-маҙар үткәрмәй. Тағы бер яғы бар: ҡыш — артыҡ һыуынырға, йәй йылынырға бирмәй.
Мөгәрәпте ҡоро тупраҡлы ерҙә ҡаҙалар. Әгәр дым күп икән, стеналарын кирбестән, таштан, шиферҙан күтәрәләр. Былай иткәндә емерелеү ҡурҡынысы тыумай. Иҙәнен дә цемент иҙмәһе менән йәйергә мөмкин, балсыҡты ныҡлы тығыҙлау ҙа яҡшы. Әгәр мөгәрәптең стеналарын ағастан бурарға булһағыҙ, ҡоро ағас ҡына алығыҙ. Мастика менән буяп, тыш яҡтан толь менән көпләргә кәрәк.
Иҙәнен балсыҡтан “йәйгәндә”, ике ҡатлы итәләр. Тәүгеһе — 25 сантиметр, ә икенсеһе 10–15 сантиметр була. Беренсеһен тығыҙлағас, мастика буялған толь йәйелә. Һуңынан икенсе ҡат балсыҡ китә. Ҡырсынташ һалып, уның өҫтөнән яҫы таш, плитә йәйһәгеҙ, бигерәк тә яҡшы булыр.
Уңышығыҙ яҡшы һаҡланһын!


Вернуться назад