Һынамыштар, әйтемдәр...01.11.2013
Тәбиғәт күренешен күҙәтеү — быуын-быуындан килгән ғәҙәт, сөнки бик боронғо замандарҙан алып кешенең тормошо тәбиғәт күренештәренә бәйле булған. Хәҙер ҙә игенселек һәм баҡсасылыҡтағы отоу-отолоуыбыҙ күп осраҡта йылдың нисек килеүенә, һауа торошона, яуым-төшөмдөң булыу-булмауына бәйләнгән.
Шуны билдәләргә кәрәк: күп йылдар һыналып килгәнгә күрә лә халыҡ һынамыштарының күбеһе ысынға тура килә. Миҫалға бер нисәһен генә алайыҡ.
l Болоттар бер өйкөмгә йыйылды — көн йонсоу булыр.
l Көнбайыш еле — ямғырға.
l Йәйе нисек — ҡышы шулай.
l Дымлы йәй, йылы көҙ — оҙон ҡышҡа.
l Йәйе эҫе — ҡышы һалҡын.
l Ҡырмыҫҡа ояһы ҙур булһа, ҡыш һалҡын була.
l Әгәр көҙ серәкәй осһа, ҡыш йомшаҡ килер.
l Төтөн юғарыға күтәрелһә — һалҡынға.
l Ҡояш аяҙға байыһа, көн матур була.
l Ай ҡыҙғылт булһа, көслө ел көтөлә.
l Утын шартлап янһа, һалҡын көт.