Хеҙмәтенә күрә — хөрмәте01.11.2013
Башҡортостан Республикаһы Президенты указдарына ярашлы, Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығы хеҙмәткәрҙәре: Стәрлетамаҡ ҡала суд приставтары бүлеге начальнигы, өлкән суд приставы Звонов Александр Лаврентьевич, ойоштороу-контроль эше бүлегенең баш белгес-эксперты Мәжитова Хәбибә Йәүҙәт ҡыҙы, Өфө ҡалаһындағы Орджоникидзе район суд приставтары бүлегенең суд приставы-башҡарыусыһы Матвеева Елена Владимировна, Мәләүез район-ара суд приставтары бүлеге начальнигы урынбаҫары, өлкән суд приставы урынбаҫары Полякова Сәүиә Ғөбәйҙулла ҡыҙы Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнде; Октябрьский ҡала суд приставтары бүлеге начальнигы, өлкән суд приставы Нәжметдинова Рәзилә Биктимер ҡыҙына “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы” тигән маҡтаулы исем бирелде.