Кадрҙар бөтәһен дә хәл итә01.11.2013
Өфөлә ике көн буйына “Кеше капиталына инвестициялар – Рәсәй төбәктәренең иҡтисади үҫешендә мөһим фактор” тигән II төбәк-ара кадрҙар йыйыны уҙҙы. Унда ойошма етәкселәре, кадрҙар менән идара итеүселәр, консультанттар, тренерҙар ҡатнашты.

Сараны республика Президенты Хакимиәте етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Фидус Ямалетдинов асты.
– Беренсе йыйын былтыр үткәйне, ул предприятиелар араһында һөҙөмтәле бәйләнеш булдырыуҙа ярҙам итте. Киләсәктә бындай фекер алышыуҙар йыл һайын ойоштороласаҡ, – тине ул. – Яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшеү өсөн эште дөрөҫ ойоштороу ғына етмәй, предприятиелағы хеҙмәткәр заман талаптарына тура килерлек һөнәри белемле булырға тейеш. Йәш кадрҙар әҙерләү ҙур ҡалаларға ғына ҡағылмай, бөгөн урындағы власҡа ла заманса ҡарашлы, белемле кешеләр кәрәк.
Рәсәй Президенты Хакимиәтендәге Эске сәйәсәт идаралығының төбәк кадрҙарын әҙерләү департаменты начальнигы Елена Захаркина алда торған эштәр хаҡында ентекле сығыш яһаны. “Һәр төбәктә идара итеүҙе үҙ ҡулына алырҙай кадрҙар кәрәк. Башҡортостандағы кадрҙар резервында ни бары 17 кеше тора, был үтә аҙ”, – тине ул.
Сарала шулай уҡ төрлө кимәлдәге етәкселәрҙең сығыштары тыңланды. “Газпром трансгаз Өфө” предприятиеһының генераль директоры Шамил Шәриповтың сығышы ла фәһемле булды.
– Һәр тармаҡ үҙенә кәрәкле белгесте үҙе әҙерләргә тейеш, – тине ул. – Юғары уҡыу йорттарына ғына ышанып ятырға ярамай, сөнки унда дөйөм белем генә бирәләр. Ә беҙгә үҙ эшен белгән ҡыҙҙар һәм егеттәр кәрәк. Шуға ла йәштәрҙе уҡытып алабыҙ, уларға тәжрибәле хеҙмәткәр беркетелә.
Йыйында шулай уҡ Республиканың тренерҙар һәм кәңәшселәр ассоциацияһы ағзалары, эшҡыуарҙар, сит төбәктәрҙән саҡырылған ҡунаҡтар төрлө йүнәлештә оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе.


Вернуться назад