Яҡташыбыҙ, Рәсәйҙең Сүриәләге Ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе Азамат Ҡолмөхәмәтов – Ҡаһарманлыҡ ордены кавалеры. Юғары награданы башҡорт егетенә Рәсәй Президенты Владимир Путин тапшырҙы.
Азамат Рәхмәт улы 1953 йылда Башҡортостанда тыуған. Атаһы сығышы менән Ишембай районының Ҡанаҡай ауылынан.
Яҡташыбыҙ Мәскәү дәүләт халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институтын тамамлағандан һуң 1978 йылдан СССР-ҙың, Рәсәйҙең Сит ил эштәре министрлыҡтарында, сит илдәрҙә яуаплы вазифалар башҡара. 2011 йылдан – Рәсәйҙең Сүриәләге илсеһе.
Бөгөн Сүриә айырыуса ҡатмарлы көндәр кисерә. Иң киҫкен осорҙа, Дамаск ҡалаһында, хатта Рәсәй илселеге янында бомбалар, миналар шартлағанда ла, башҡорт егете үҙ намыҫына тоғро ҡалды.
Рәсәй Президенты Владимир Путин яҡташыбыҙҙы бүләкләгәндә:
– Азамат Рәхмәт улы хеҙмәттәштәре менән тыуған ил мәнфәғәтен һаҡлауҙа ныҡлыҡ, тоғролоҡ күрһәтте, – тип батырҙың ҡулын ҡыҫты.