Рөстәм Хәмитовҡа — йәмәғәт премияһы01.11.2013
Мәскәүҙә Рәсәйҙәге коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың IV съезы уҙғарылды. Сара граждандар йәмғиәтенең көнүҙәк мәсьәләләре буйынса фекер алышыуға, коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың яңы эш алымдарын ғәмәлгә индереүгә, ил төбәктәрендәге ошондай ойошмалар менән дәүләт власы органдары араһындағы хеҙмәттәшлеккә арналды.

Съезд барышында илдәге коммерцияға ҡарамаған өлкәне үҫтереүгә ҙур өлөш индергән өсөн “ГОСГРАНТ-2013” йәмәғәт премияһын тапшырыу тантанаһы үтте. “Рәсәй Федерацияһы төбәктәре” номинацияһында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов премия лауреаты булды.


Вернуться назад