“Яңы йылға бүләк әҙерләйем”01.11.2013
“Яңы йылға бүләк әҙерләйем”Илебеҙҙең баш ҡалаһында йәшәһәм дә, тыуған республикам менән тығыҙ бәйләнештәмен: даими ҡайтып йөрөйөм, төрлө сараларҙа ҡатнашам. Ә инде көндәлек яңылыҡтар менән «Башҡортостан» гәзите аша танышып барам.

Әйтергә кәрәк, республикамдың төп милли баҫмаһы һуңғы йылдарҙа шаҡтай үҙгәрҙе: ижтимағи-сәйәси, социаль-иҡтисади мәсьәләләр төплө яҡтыртыла, даими авторҙарҙың көн ҡаҙағына һуҡҡан мәҡәләләренә, гәзит уҡыусыларҙың хаттарына ҙур урын бирелә, хәйер, гәзит биҙәлеше менән дә иғтибарҙы йәлеп итә. Ғөмүмән, «Башҡортостан» гәзите «Аҡмулла», «Башҡорт донъяһы», «Ветеран», «Мең дә бер кәңәш» кеүек махсус ҡушымталары, ҡыҙыҡлы рубрикалары менән күңелде арбай.
Үҙәк телевидение, Интернет халыҡҡа шомло хәбәрҙәр таратҡан бер мәлдә, «Башҡортостан»ыбыҙ үҙ ҡиблаһына тоғро ҡала: ул, оптимистик рухтағы баҫма булараҡ, халҡыбыҙға иман нуры тарата, тормоштоң һәйбәт яҡтарын һүрәтләй, йүнселдәргә, һөнәрмәндәргә дәрт-дарман бирә.
Тик шуныһы ҡыҙғаныс: һуңғы йылдарҙа күп кенә милләттәштәребеҙ, төрлө һылтау табып, үҙ телебеҙҙә сыҡҡан гәзит-журналға бик һүлпән яҙыла йәки бөтөнләй алдырмай. Аҡса юҡлыҡҡа йә иһә почтаның насар эшләүенә зарланыу урынһыҙ. Ғәйеп үҙебеҙҙә түгелме икән, ағай-эне? Эшҡыуарҙарыбыҙ, фермерҙарыбыҙ, зыялыларыбыҙ иһә яҡташтарына – әҙ тәьмин ителгән йәки күп балалы ғаиләләргә – гәзит-журнал бүләк итә алмаймы? Профессор Зиннур Нурғәлин үҙ районы мәсеттәренә «Башҡортостан»дың йома һанын яҙҙырған бит – «афарин!» тип кенә әйтергә ҡала Ил ағаһына. Уның өлгөһөнә эйәреп, мин дә үҙ яҡташтарыма 10 – 15-ләп дана яҙҙырып, туған-тыумасаға Яңы йыл бүләге әҙерләргә булдым.

РЕДАКЦИЯНАН. Арҙаҡлы яҡташыбыҙға ихлас рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе юллап, башҡа зыялыларыбыҙ ҙа мохтажлыҡта йәшәгән яҡташтарына, мәсеттәргә, мәктәптәргә «Башҡортостан» гәзитен хәленән килгәнсә яҙҙырып, Яңы йыл бүләге итеп ебәрер тигән ышаныста ҡалабыҙ.


Вернуться назад