Һүрәттәрҙәге шыршылар урмандан алып ҡайтылған тип уйлайһығыҙмы? Яңылышаһығыҙ. Улар Өфө кабель заводында “буй еткергән”.
Кешеләргә Яңы йыл байрамын бүләк итер өсөн ҡупшыҡайҙар оҙон юл үткән. Тәүҙә экструдер тигән махсус ҡорамал пластикат таҫманан энәләр яһаған. Һуңынан таҫма тимер сыбыҡҡа уралған. Артабан оҫталар ботаҡтар эшләгән, уларға тубырсыҡ элгән һәм олондарға беркеткән...
Шыршылар заводтың фирма магазины кәштәләренә ятып та өлгөрмәй, шунда уҡ хужалары табыла. Бигерәк ҡупшы шул үҙҙәре! Береһе йәм-йәшел, икенсеһенә ап-аҡ бәҫ ҡунған, араларында усҡа һыймалылары, түбәгә тиклем еткәндәре лә бар. Ҡайһыһын һайлап алырға ла белмәҫһең.
– Заводыбыҙ шыршыларҙы 40 йыл “үҫтерә”. Улар күркәмлеге менән ысын ылыҫлы ағастан һис ҡалышмай, ҡайһы бер сифаттары буйынса хатта өҫтөнөрәк. Мәҫәлән, аҙыҡ-түлек пластикатынан яһалған энәләргә ут тоҡанмай, улар сәнскеле лә түгел. Бындай шыршылар айырыуса мәктәп һәм балалар баҡсаһы өсөн ҡулайлы, – ти сауҙа-коммерция үҙәге директоры Мария Шекунова.
Яһалма ағас шулай уҡ кешеләрҙе артыҡ мәшәҡәттән ҡотҡарыуы менән отошло: Яңы йыл һайын баҙарҙан шыршы күтәреп алып ҡайтырға ла, һуңынан һарғайып ҡойолған һәм балаҫҡа ҡаҙалған энәләрҙе сүпләргә лә кәрәкмәй. Йәшниктән ботаҡтарҙы сығарып, олонона ҡаҙау ҙа етә. Ипләп тотонһаң, Өфө ҡупшыҡайҙары 15 — 20 йыл хеҙмәт итә.
Заводта ылыҫлы таҫмалар ҙа етештерә башлағандар. Уларҙан үҙ ҡулдарың менән төрлө биҙәүес яһап, өй эсен әкиәт урманына әүерелдерергә мөмкин. Бындай таҫманың ике метрын 30 һум 30 тингә алырға була. Иң бәләкәй 25 сантиметрлыҡ шыршы – 385 һум 40 тин, ярты метрлыһы – 406 һум 10 тин, метр ярымлыһы – 1 764 һум 40 тин, өс метрлыһы – 10 144 һум 20 тин, биш метрлыһы 24 010 һум 80 тин тора.
Өфө кабель заводы шыршыларын күргәс, тирә-яҡта Ҡыш бабай аттарының ҡыңғырау сыңы яңғырап киткәндәй була. Бында Яңы йыл рухы тыуғанға шулай тойолалыр, күрәһең.
Нурзиә ХӘСӘНОВА