Именлек тәьмин итеүселәр01.11.2013
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов һөнәри байрамдары айҡанлы Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығы хеҙмәткәрҙәрен ҡотланы. Төбәк башлығының тәбрикләүендә былай тиелә:

“Законлылыҡты тәьмин итеү, граждандарҙың һәм ойошмаларҙың хоҡуғын яҡлау буйынса юғары профессиональ эшмәкәрлелегеҙ оло ихтирамға лайыҡ. Суд ҡарарҙарының үтәлеше, бөтә кимәлдәге бюджеттарҙың тулыландырылыуы, мөһим социаль бурыстарҙың тормошҡа ашырылыуы күп яҡлап һеҙҙең эш сифатына бәйле.
Законды ҡәтғи үтәү, бурысҡа тоғро ҡалыу приставтарҙың эшендә артабан да төп принцип булыр тип өмөтләнәм.
Ысын күңелдән һеҙгә һәм яҡындарығыҙға һаулыҡ, именлек, яуаплы эшегеҙҙә уңыштар теләйем!”


Вернуться назад