Баш ҡала данын яҡлаясаҡтар30.10.2013
Өфөнөң Ҡала мәҙәниәт-ял үҙәгендә “Йәш ғаилә-2013” республика конкурсының баш ҡалалағы финал этабы үтте. Ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу, балаларҙы тәрбиәләүҙә милли-мәҙәни йолаларға таяныу кеүек маҡсаттарға ынтылып ойошторолған бәйге, ғәҙәттәгесә, һәләтле, һоҡланғыс йәш парҙар менән таныштырҙы.
Сәхнәләге ете ғаилә быға тиклем үҙе йәшәгән район кимәлендә үткәрелгән конкурста еңгән, тәжрибә туплаған. Шуға күрә финалда бер кемгә лә еңел булмаясағы алдан тойомлана ине. Ҡатнашыусылар өс конкурста көсөн һынап ҡараны. “Милли традициялар” тип аталғанында, халыҡ йолаларына таянып, иң шәп атайҙы һәм әсәйҙе һайлаһалар, “Ҡайҙалыр бер батшалыҡта…” тигәнендә, театрлаштырылған тамаша әҙерләп, балалар ижади һәләтен күрһәтте.
Өсөнсө бәйге – “Дан минуты”. Бында кем нимәгә маһир, шуның менән отто: бәғзеләр өҙҙөрөп бейеһә, кемдер моңло тауышы менән арбаны, нәфис һүҙ оҫтаһы икәнлеген күрһәтте.
Жюри ағзаларына һәләтле, әүҙем, булдыҡлы ғаиләләр араһынан иң-иңде һайлау еңел булмаһа ла, оҙаҡ кәңәшләшкәндән һуң гран-при Октябрь районынан Потехиндар ғаиләһенә тапшырылды. Тап улар Өфө данын “Йәш ғаилә-2013” республика конкурсында яҡлаясаҡ.