Ҡышҡа әҙерләнәбеҙ30.10.2013
Башҡортостан Хөкүмәте бойороғо менән юл ойошмаларының көслө ҡар яуыу, башҡа хәүефле һауа шарттары һәм тәбиғәт ҡазалары эҙемтәһен бөтөрөү буйынса эш тәртибе раҫланды.

Республиканың Юл хужалығы идаралығына Һамар —Өфө — Силәбе автомобиль магистрале идаралығы менән берлектә ҡыш дөйөм файҙаланыуҙағы юлдарҙың хәүефһеҙлеген, автотранспорттың өҙлөкһөҙ эшен тәьмин итергә ҡушылды. Тәү сиратта федераль һәм төбәк, унан һуң — муниципаль-ара, артабан урындағы әһәмиәттәге юлдар таҙартыласаҡ.


Вернуться назад