Авдон ҡасабаһында йәшәүсе Айгөл менән Өлфәт Вәлиуллиндарға Өфө районы хакимиәте өс бүлмәле фатир бүләк итте.
Туғыҙ йыл элек сәстәрен сәскә бәйләгән Вәлиуллиндар быйыл өсләтә шатлыҡ кисерҙе — ғаиләлә өс игеҙәк ҡыҙ донъяға килде. Икенсе класта уҡып йөрөгән Рафаэль һеңлеләренә һөйөнөп туймай, ағай булыуҙың бөтә яуаплылығын аңлай һәм ғорурлана. “Амалия шаян һәм ҡыҙыҡһыныусан, Азалия иркә, Әмирә тыныс, шулай ҙа үҙенә иғтибарҙы күберәк талап итә, — ти малай. — Һеңлеләрем атайыбыҙға оҡшаған, бөтәһе лә зәңгәр күҙле, һарыҡай сәсле”.
Өлфәт — шәхси эшҡыуар, подъездар һәм йорттар өсөн тимер ишектәр яһай. Кеше тупһаһында оҙаҡ йәшәгән Вәлиуллиндар. Ике йыл элек ипотекаға ике бүлмәле фатир һатып алғандар. Булдыҡлы ир ғаиләһен тулыһынса тәьмин итеү өсөн ал-ял белмәй эшләй.
Айгөлгә яңғыҙына ауыр икәнлеген аңлап, әсәһе Мәрйәм Ғибәтулла ҡыҙы хеҙмәт урынынан бер йылға административ ял алған. Әйткәндәй, Айгөл дә, әсәһе лә урындағы “Башҡортостан” ҡошсолоҡ фабрикаһында эшләй. Мәрйәм апай ейәнсәрҙәрен ҡараша, ҡыҙына төп кәңәшсе һәм ярҙамсы.
Әмирә, Амалия һәм Азалия майҙа 1400—1480 грамм ауырлыҡ менән донъяға тәүге ауазын һалған.
— Буйым ни бары 147 сантиметр. Бәләкәй генә, ябыҡ ҡатын булараҡ өс игеҙәк табыуыма күптәр аптыраны ла, һоҡланды ла, — тип көлә Айгөл. — Тәү тапҡыр ультратауыш тикшереүенә барғанда, бер генә яралғыны күрҙеләр. Икенсе тапҡыр тикшергәндә, табип түлдең икәү булғанлығын әйтте. Иремдең дә, минең дә нәҫелдә игеҙәк балалар тыуыу осраҡтары бар, шуға күрә был яңылыҡты тыныс ҡабул иттек. Ә инде өсөнсө тикшереү өс баланы күрһәткәс, шаңҡып ҡалдым. Был хаҡта иремә шылтыратып әйткәс, ул: “Бәлки, дүртенсе тикшереүгә бармаҫһың?” — тип шаяртты. Икенсе баламдың ҡыҙ булыуын теләй инем, тик бер юлы өсәү буласағы башыма ла инмәне. Шөкөр, балалар менән бергә бәхетлебеҙ, шатлығыбыҙ ишәйҙе.
Өс игеҙәктең тыуыуы — һирәк күренеш. Статистика мәғлүмәттәре күрһәтеүенсә, Рәсәйҙә йылына 200 самаһы ғаиләлә өс игеҙәк донъяға килә. Ә Авдон ауылы биләмәһендә был — тәүге ҡыуаныслы ваҡиға. Балалар тыуғас, Өфө районының хакимиәт башлығы Рәшит Саттаров Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовҡа Вәлиуллиндар ғаиләһенә өс бүлмәле фатир биреү мәсьәләһе буйынса мөрәжәғәт иткәйне. Был хат ҡарауҙа булған саҡта, торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн ҡаралған социаль түләү (субсидия) — Хөкүмәт ярҙамын алып ҡыуанды Вәлиуллиндар.
Беҙ килеп ингәс тә, Айгөл, ҡояштай балҡып, ҡыуанысы менән бүлеште. Баҡһаң, иртәнсәк улар банкка барған, субсидия иҫәбенә өс бала өсөн Вәлиуллиндарға 700 мең һум самаһы ипотека бурысы кәметелгән.
Фатир асҡысы тапшырырға килгән ҡунаҡтар — хакимиәт башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Люцинә Ризуанова менән Авдон ауылы биләмәһе башлығы Юрий Голубев — игеҙәктәрҙең бүлмәһенә ашыҡты.
— Ҡайҙа минең яратҡан ҡыҙҙарым? Күрһәтегеҙ әле күгәрсенкәйҙәремде. Балалар табыу йортонан ҡаршы алғанда уҡ, иң ҙуры минеке буласаҡ, тип һөйләшкәйнек бит, – тип Юрий Николаевич, барыһын да көлдөрөп, Әмирәне күтәреп тә алды.
Ҡыҙҙар шау-гөр килгән ҡунаҡтарға, бер туҡтауһыҙ ялт-йолт иткән фотоаппараттарға ризаһыҙлығын белдермәне, үҙҙәрен тыныс тотто.
— Яңы йылда мөғжизәгә ышанырға кәрәк, был мәл — иң изге хыялдарҙың бойомға ашыр сағы. Президентыбыҙ Рөстәм Зәки улы фатир биреү тураһында резолюцияға ҡул ҡуйғас, Өфө районы хакимиәте республикабыҙҙың резерв фондынан 2,2 миллион һумға фатир һатып алды һәм һеҙҙең ғаиләгә бүләк итә. Теләгем шул: ата-әсәлек бурысығыҙға яуаплы ҡарап, балаларығыҙҙы йылылыҡтан, һөйөүҙән мәхрүм итмәгеҙ. Бала ата-әсәһенең бер-береһенә ихтирамлы мөнәсәбәтен күреп, матур ғаилә өлгөһө алып үҫеүе менән бәхетле, — тине Люцинә Ирек ҡыҙы, асҡысты тапшырып. Яңы йылда ғаилә өс бүлмәле иркен фатирға күсәсәк.
Лилиә ХӘЛИТОВА.
Өфө районы.