Һынау еңел булманы30.10.2013
Һынау еңел булманыСибай институты — көньяҡ-көнсығыш райондары йәштәре өсөн төп белем усағы. Шулай уҡ бында күрше Силәбе, Ырымбур өлкәләренән, Пермь крайынан, Сорғот, Магнитогорск ҡалаларынан да килеп уҡыйҙар. Бөгөн Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты даны хатта Рәсәй кимәлендә лә билдәле.
Күптән түгел белем усағы йәнә бер етди һынауҙы лайыҡлы үтте. Бында яңыраҡ Рәсәй мәғарифты күҙәтеү комиссияһы эшләп китте, һөҙөмтәлә уҡыу йорто дәүләт аккредитацияһы алды. Был мөһим эштең үҙенсәлектәре, уның әһәмиәте хаҡында ентекләберәк таныштырыу маҡсатында, институт директоры, иҡтисад фәндәре докторы Зиннур Ғөбәйҙулла улы Йәрмөхәмәтовҡа мөрәжәғәт иттек. Һүҙ — уға:
– Билдәле булыуынса, һәр белем учреждениеһы аккредитация һәм лицензия документтарына эйә булмай тороп, эшмәкәрлеген алып бара алмай. Ул документтар Рәсәй мәғарифты күҙәтеү комиссияһы тарафынан уҡыу йорто бар йәһәттән тикшерелгәндән һуң бирелә. Сибай институты ошо һынауҙы лайыҡлы үтеп, йәнә белгестәр әҙерләү эше менән шөғөлләнеүгә законлы хоҡуҡҡа эйә булды. Аккредитация – ул эшмәкәрлекте тикшереү тигән һүҙ. Бында белем биреү учреждениеһының матди-техник базаһы ла, профессор-уҡытыусылар составы ла, фәнни һәм методик эшмәкәрлек, студенттарҙың белем кимәле лә баһалана. Беҙҙә, Рәсәй мәғарифты күҙәтеү комиссияһы эксперттары булараҡ, Мәскәү, Санкт-Петербург, Екатеринбург, Силәбе, Ырымбур, Магнитогорск ҡалаларының билдәле уҡыу йорттарының белгестәре эшләне. Тикшереү барышында улар уҡыу процесын, китапхана фондын, компьютер кластарын ҡараны, студенттар өсөн төрлө тестар ойошторҙо. Белем сифаты менән бер рәттән уҡытыу-методика материалдарының, уҡыу пландарының дәүләт белем биреү программаларына яраҡлылығы ла ҡаралды. Әлбиттә, һынауҙы үтеү еңел булманы, әммә йылдар дауамында алып барған эҙмә-эҙлекле эш һөҙөмтәһе асыҡ күренде. Сөнки беҙ әҙерлекте быйыл ғына башламаныҡ, ә оҙайлы ваҡыт эсендә барлыҡ эште атҡара килдек. Артабан да ҡул ҡаушырып ултырмаясаҡбыҙ, ә киләһе аккредитацияға әленән үк әҙерләнә башлаясаҡбыҙ. Рәсәй мәғарифты күҙәтеү комиссияһының тәҡдимдәрен һәм кәңәштәрен күҙ уңында тотоп, коллектив яңынан эшкә тотондо. Шуныһы ҡыуаныслы: үҙебеҙҙең йөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәнек. Тағы бер тапҡыр Сибай институты был төбәк өсөн мәҙәни үҙәк булыуын иҫбатланыҡ. Киләсәктә лә көньяҡ-көнсығыш райондары ҡыҙҙары һәм улдары уҡыу йортона килер, ә беҙ уларға сифатлы белем бирербеҙ тигән ышаныста ҡалам.

Сергей СЕРИКОВ, Рәсәй мәғарифты күҙәтеү комиссияһы рәйесе:
– Сибай институты комиссия ағзаларында ҙур тәьҫораттар ҡалдырҙы. Уҡыу йорто башҡа Рәсәй белем биреү учреждениеларынан һис тә ҡалышмай. Бында бик яҡшы матди-техник база булдырылған. Шулай уҡ уҡыу йорто етәкселегенең, профессор-уҡытыусылар составының белгестәр әҙерләү эшен хеҙмәт баҙарындағы хәл-торошҡа ярашлы итеп алып барыуын айырым билдәләү мотлаҡ.

Семен Чернов, Сибай институты директорының тәрбиәүи эштәр буйынса урынбаҫары:
– Шуныһы ҡыуаныслы: эксперт төркөмдәр етәкселәре үҙҙәренең сығыштарында профессор-уҡытыусылар составының юғары белем кимәлен, мәҙәнилеген, талап ителгән документтарҙың тиҙ арала һәм грамоталы итеп әҙерләнеүен, студенттарҙың белемгә ынтылыуын, үҙ-ара яҡшы мөнәсәбәттә булыуын телгә алды.


Вернуться назад