Яҙын морон төртөп сыҡҡан күк умырзаялар булһынмы, ҡыҙарышып бешкән ер еләккәйҙәреме, эсе шарҙай, үҙе ҡандай ҡарбуз тиһеңме, һутына тулышып баҙлап янған миләш тәлгәштәреме, күпереп сәскә атып ултырған гөлдәрме, күҙҙең яуын алыр сәскәләрме – барыһы ла тере кеүек. Ә инде сиккән ҡулъяулыҡтары, таҫтамал, селтәр шәлдәре, теккән кейемдәре, мәрйендән теҙгән панно һәм картиналары, сәйләндән эшләнгән гөлдәре, бәйләгән кофта, башлыҡтарынан иҫ китмәле зауыҡ һәм наҙ бөркөлә. Шуларҙың һәммәһен һөйкөмлө ханым Рәсимә Солтанованың алтын ҡулдары тыуҙырған.
Федоровка ауылында йәшәүсе оҫтабикәне бөтә район белә тиһәм дә, яңылыш булмаҫ, сөнки уның ҡул эштәре бер генә күргәҙмәнән ҡалмай, һәр саҡ яңынан-яңы өлгөләре менән халыҡты әсир итә. Үҙ шөғөлөнә башҡаларҙың һоҡланып ҡарауынан Рәсимә Солтанованың күңеле йәнә үҫә, талпына, ирекһеҙҙән ҡулдары энә менән епкә тартыла. Уның ҡул йылыһынан барлыҡҡа килгән илаһи мөғжизәләр һәр тарафта балҡып тора.
Шулай ҙа геройымдың сәйләндән яһалған сәскәләре менән нығыраҡ танышырға булдым. Төрлө төҫтәге миләүшәләр, ынйы, рауза, ромашка сәскәләрен тереләре янына ултыртҡанда ла айырыуы ҡыйын. Бөгөн сауҙа нөктәләрендә әллә күпме төрлө сәйлән һатыла, әммә улар ысын оҫта ҡулында ғына бар гүзәллегендә балҡый алалыр.
– Махсус магазиндарҙан килолап сәйлән, мәрйен һатып алам, мулине менән ептәрҙе лә алдан әҙерләп ҡуям, – ти оҫта ханым. – Көн дә ниндәй ҙә булһа ҡул эшенә тотонмаһам, күңелем толҡа тапмай. Бар донъямды онотоп, улар менән мауыҡһам, ваҡыттың үткәнен дә һиҙмәйем. Ауыл ерендә йәшәгәнлектән, эш күп. Шуға күрә яратҡан шөғөлөмә төн йоҡоларымды ҡалдырып ултырырға тура килә, – ти Рәсимә Солтанова.
Әлбиттә, ҡул эштәре менән булышыу өсөн сабырлыҡ та, тырышлыҡ-тәүәккәллек тә кәрәк. Шунһыҙ һин теләгән әйберҙең килеп сыҡмауы ла мөмкин. Бер генә өлгөнө тыуҙырыу өсөн дә ҡайһы саҡ әллә нисәмә ай ваҡыт кәрәк. Әммә матурлыҡ күңелеңде бер арбағас, унан айырылыуы мөмкин түгел.