Үҙ ҡулдары менән иҫ киткес ябай ҙа, бер үк ваҡытта ғәжәп тә матурлыҡ тыуҙыра алыусылар менән осрашырға тура килһә, күңелемдә һәр саҡ уларға ҡарата һоҡланыу уяна. Ябай ауыл кешеһенең талымһыҙ бармаҡтары бөйөк матурлыҡ донъяһы тыуҙыра алыуына, уларын да эш араһында ғына, күңел талабы ҡушыуы буйынса эшләүҙәренә нисек һоҡланмайһың! Сираттағы геройҙарым Әсләм Шәйхин, уның улы Рәсүл һәм ейәне Айсыуаҡ Ғөбәйҙуллин булыр.
«Ҡумыҙсы Әсләм ағай»
Шулай тип йөрөтә уны ауылдаштары. Элек-электән Әсләм Шәйхин ошо музыка ҡоралын эшләү менән шөғөлләнә. Тимер һәм ағас эштәренә оҫта булған ағайҙың мәктәп уҡыусылары өсөн ҡумыҙ яһап биреүен үтенәләр. Ул саҡта халҡыбыҙҙың милли музыка ҡоралы һатыуҙа ғына түгел, хатта уны эшләүселәрҙең дә булмаған осоро. Шуға күрә оҫта алдында боронғо ҡумыҙҙы яңынан халыҡҡа ҡайтарыу бурысы ла тора. Әсләм Байрам улы тәүәккәлләп тотона. Тәүҙә тимер йүнләп ала, уны кәрәкле формаға килтереп, төрлө ҙурлыҡта бөгә. Иҫке салғыны телдәре өсөн файҙалана.
– Ҡумыҙҙың тауышы моңло сыҡһын өсөн уның телдәрен мотлаҡ салғы кеүек тимерҙән эшләү кәрәк, – ти оҫта. – Сөнки башҡаса эшләгәндә, уның һыныуы мөмкин. Ҡумыҙҙың теле ҡаты булһа, тауышы нәҙегерәк сыға. Йомшағы оҙон көйҙәр уйнау өсөн яҡшыраҡ...
Оҫта әйтеүенсә, ҡумыҙ яһағанда мотлаҡ тауышына иғтибар итеү кәрәк. Корпусы менән тел араһы дөрөҫ эшләнелмәй икән, уның көсө, сифаты, тауышы дөрөҫ сыҡмаясаҡ. Шуға күрә уны эшләүселәрҙе хәҙер табыуы еңел түгел.
Беҙ барғанда Әсләм ағай оҫтаханаһында Хәмит мәктәбе уҡыусылары өсөн ҡумыҙ яһай ине. Хатта күрше Бөрйән районының Ҡолғана ауылынан да заказдар бар. Тимәк, халҡыбыҙҙың боронғо милли музыка ҡоралында уйнаусылар, уны өйрәнеүселәр арабыҙҙа етерлек.
Ысынлап та, ҡумыҙ әле үҙенең яңырыуын кисерә, сәхнәләрҙә йыш ҡына сыңы яңғырай, төрлө республика конкурстары үтә. Шундай бәйгеләрҙә кеше араһында халҡыбыҙҙың музыка ҡоралын пропагандалау һәм уны таратыуҙа үҙ ҡулдары менән яһаған йөҙҙәрсә ҡумыҙы һәүәҫкәрҙәр ҡулында яңғырай икән, оҫта өсөн шунан да юғарыраҡ баһаның булыуы мөмкинме?!
Йортон да күтәргән,
йыһазын да тултырған
Атаһынан күргән – уҡ юнған тигәндәй, улы Рәсүлдең дә ағас эшенә оҫта булыуына аптырайһы түгел. Бала саҡтан атаһына ярҙамлашып, ҡул араһына инеп үҫкән егет яйлап үҙе лә ағасты юнып, семәрләп, төрлө әйбер яһау менән мауыға башлай. Атаһының йорто янына шығырлап торған ҡарағастан йорт ултырта. Тап шул саҡта Рәсүл Шәйхиндең күңеленә бер уй килә: “Ниңә йорттағы бар йыһазды үҙемә эшләмәҫкә? Арзан да, шул уҡ ваҡытта сифатлы ла килеп сыға түгелме һуң?!”
Бөгөн үҙ ҡулдары менән төҙөгән йорт эсен үҙе яһаған йыһаздар тулыландырған. Семәрләп, һис тә магазиндыҡынан кәм булмаған стенка, йоҡо бүлмәһе өсөн карауат, диван, телевизор һәм гөл ултыртыу өсөн кәштәләр, кухня өсөн өҫтәл, ултырғыстар, шифоньер, башҡа кәрәк-яраҡтың барыһын да ағастан юнып, биҙәп үҙ ҡулдары менән яһаған. Өй эсен йәмләп, төрлө еҫтәргә күмеп, сәскәләргә күмелеп ултырған гөлдәрҙе күреп, әлегә хужабикәһе булмаған йортта уны кем үҫтереүен һорамай түҙә алманым.
– Үҙем гөлдәр яратам. Шуға тәүге ағастан эшләгән әйберем дә гөл һауыты булды, – тип яуапланы Рәсүл.
Матурлыҡты үҙ ҡулдары менән тыуҙырыусылар матурлыҡҡа ғашиҡ булып, уны күрә, ҡәҙерләй икән, тимәк, эштәре лә шулай уҡ гүзәл, күркәм килеп сығалыр тигән фекергә килдем.
Әлбиттә, Рәсүл Шәйхин үҙе эшләгән әйберҙәрен һатыуға ла сығара. Күпселеген заказ буйынса эшләй. Кейәүгә сығасаҡ ҡыҙҙары өсөн әсәләр һандыҡтар, атайҙар көйәнтәләр һораһа, балалар баҡсаларынан кескәйҙәр өсөн ултырғыс-өҫтәлдәргә һорау ҙур. Шулай уҡ аш-һыу бүлмәһе өсөн йыһаз, ултырғыс, өҫтәлдәрҙең әҙере лә үҙ һатып алыусыһын көтә.
Олатаһы, ағаһының
юлын дауам итеп
Айсыуаҡ Ғөбәйҙуллин, яңыраҡ ҡына әрме хеҙмәтенән ҡайтыуына ҡарамаҫтан, олатаһы һәм ағаһының шөғөлөн дауам итмәксе. Әле йәш оҫтаның үҙ ҡулы менән яһаған һандыҡтары, өҫтәл-ултырғыстары бар. Бер үк кәсепте дауам итеүе табышлы булырмы, тип һорап та өлгөрмәнем, Айсыуаҡ Алик улы:
– Беҙҙең эш өлгөләре бер-береһенә оҡшамаған, – тип әйтеп тә ҡуйҙы. – Бына ҡарағыҙ, үҙем яһаған һандығыма парлы аҡҡоштар төшөрҙөм, ә Рәсүл ағайымда улар бөтөнләй юҡ. Ултырғыстарҙың да тояҡтары төрлөсә, минеке биҙәкләп-семәрләнгән. Күберәк ағасты юнып, семәрләп эшләү яғындамын. Тап ошо алым үҙ һатып алыусыларымдың артыуына килтерәсәк, – тип яуапланы йәш оҫта.
Бына шундай ғәжәп ғаилә бар Хәмит ауылында. Бер-береһенә ярҙам итеп, матурлыҡ донъяһы тыуҙырып, уны халыҡҡа өләшеп йәшәй алыуҙары менән маҡтауға һәм хөрмәткә лайыҡ кешеләр.