Тиҫтерҙәре осоусы, төҙөүсе, башҡа һөнәр эйәләре булырға хыялланған ғына ваҡытта Иштуған тәүге ҡалыптарын ҡулына ала.
— Атайым район үҙәгендә йәшәгән таныштарына ебәрҙе. Бер һөнәрең булыр, өйрән, тине, — ти бөгөн быйма баҫыу оҫтаһы Иштуған Ғәүнетдинов.
Был сағында малайға ун ике генә йәш була. Атаһы уны знакумы Герка Луканинға быйма баҫыу серҙәрен өйрәнергә оҙата. Хас та боронғоса, атайҙарса хәстәрлек күреп, улының киләсәген уйлап. Каникулының бер нисә аҙнаһы үтһә-үтә, ә улы ғүмерлек һөнәрле булып ҡала. Ҡайтҡас, малайына йөн тетеү, башҡа ҡорамалдар яһай, һатып ала. Ошонда Иштуғандың кескәй генә ҡулдары быймаларҙы үҙаллы баҫа башлай. Эйе, тәүге "ҡоймаҡ" төйөрһөҙ булмай, уның ҡарауы, ҡулдар нығына, ышаныс уяна, ныҡышмаллыҡ арта, яйлап оҫталыҡ килә.
Иштуған егет ҡорона инеүгә халыҡ араһында даны тарала. Үҙ ауылдарынан тыш, күрше-тирәнән дә килә башлайҙар. Һатыу быймаларының бит кешенең үлсәменә тура килмәүе ихтимал. Бер кемгә лә сер түгел, улар тиҙ генә йә ултырып бара, йә "тарала" башлай. Нисек кенә булмаһын, беҙҙең халыҡ тауарҙы белгән кешенән алыусан. Шунан һуң оҫта ла үҙенең "марка"һын тота, башҡалар алдында һыр бирергә тырышмай.
— Ҡорамалдарҙы үҙем яһайым, — ти Иштуған. — Тик тетә торғанын ғына һатып алдыҡ. Йөн яғынан әллә ни ҡытлыҡ юҡ, халыҡ үҙе лә килтерә, һатып та алабыҙ.
Ғәүнетдиновтарҙың ғаилә кәсебенә әйләнә был шөғөл. Эш юҡ тип ятҡансы, табыш та килтерә. Ике ҡыҙҙары — Гүзәлиә менән Розалияны үҫтерәһе, башлы-күҙле итәһе бар бит әле.
— Иҫән генә булһындар инде, — ти Гөлназ, ҡыҙҙарының матур булып үҫеп килеүенә ҡыуанып.
Әйткәндәй, улар быйманы тәүҙә өйҙәрендә баҫһа, бынан өс йыл элек буш торған ҙурыраҡ бина ала. Быйма баҫыуҙы элек тә күргән булғас, бындағы таҙалыҡҡа аптыраным. Баҡһаң, йорт ике яҡлы икән.
— Бысраҡ эше теге яҡта башҡарыла, — ти оҫта, аптырап ҡалғанды күреп. — Әйҙә, төпкә үтәйек.
"Цех" эсенә инәбеҙ. Иҫ китмәле бында: һарыҡ йөнө тетелә, йыуыла, һығыла, һуғыла. Ә бына ҡалыптарға ултыртыу, киптереү "таҙа" яҡта башҡарыла.
— Сер булмаһа, бер пар быйма баҫыу өсөн күпме ваҡыт кәрәк? — тип ҡыҙыҡһынам.
— Ҡул менән һыңар быймаға ике сәғәт, — ти оҫта.
Тимәк, ҡышҡы һалҡындарҙа беҙҙең аяҡтарҙы йылытҡан быймаларҙы һуғыу өсөн оҫта дүрт сәғәт ваҡытын бүлә.
Ғәүнетдинов йылдың бер миҙгелендә лә тик тормай. Етмәһә, быйыл яңы өй күтәргәндәр. Тимәк, тырышырға ла тырышырға кәрәк. Әйткәндәй, тынғы белмәҫ Иштуған оҫталығын арттырыу, эшен киңәйтеү яғын да ҡайғырта. Яҙын Татарстандың Кукмара быйма баҫыу заводына барып ҡайтҡан.
— Урындағы оҫталар баҫҡаны матур, — ти ул. — Ә бына производствоға ҡуйылғас, нисектер, башҡасараҡ...
Алда әйткәнемсә, һәр оҫта үҙ "марка"һын тота. Беҙҙең Ғәүнетдиновтар ҙа һынатмай — тирә-яҡта дан тота. Бына бит, ата-баба һөнәрен дауам итеү үҙҙәрен дә етеш йәшәтә ала.
Хушлашып, юлға ҡуҙғалабыҙ. Ә башта бер уй нығына: ун ике генә йәшлек улын һөнәргә өйрәтер өсөн урыҫ знакумына ебәреп, бик дөрөҫ эшләгән Әфләтун ағай, ғаиләһе яҙмышын алдан ҡайғырта белгән...