Комсомол яҡты эҙ ҡалдырҙы29.10.2013
Комсомол яҡты эҙ ҡалдырҙыБөтә Союз Ленинсы Коммунистик Йәштәр Союзының быуатҡа яҡын тарихы ватандаштарыбыҙҙың бер нисә быуыны өсөн сағыу осор булып хәтерҙә ҡалды. Йәштәр һәр ваҡыт өлкәндәр менән яңы тормош төҙөү юлынан ҡулға-ҡул тотоношоп барҙы, бергәләп шатлыҡтарҙы ла, ауырлыҡтарҙы ла уртаҡлашты. Улар көрәштә сыныҡты, өлкәндәрҙән яҡты киләсәк өсөн йәшәргә һәм тырышырға өйрәнде. Ошоларҙың барыһы өсөн дә улдарса рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.

Уҙған быуаттың 20-се, 30-сы йылдар быуынына — революция һәм граждандар һуғышы геройҙарына, ауылдарҙы коллективлаштырыуҙа һәм ҡалаларҙы индустриялаштырыуҙа ҡатнашҡандарға — ҙур рәхмәт! Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың рәте һирәгәйгәндән-һирәгәйә.
40-сы йылдар быуынына, Бөйөк Ватан һуғышы еңеүселәренә рәхмәт! Һеҙ донъяны фашистарҙан ҡотҡарҙығыҙ. Шулай уҡ хеҙмәт фронтында көндө-төнгә ялғап тырышҡандарҙы, ауыр хеҙмәте менән еңеүҙе ҡойошҡандарҙы бер минутҡа ла оноторға хаҡыбыҙ юҡ.
50-се йылдар быуынына һуғыш емергән хужалыҡты мөмкин булғанса тиҙ арала йүнгә килтергәне өсөн рәхмәт! Тап шул йылдарҙа тарих өсөн үтә ҡыҫҡа ваҡыт эсендә илебеҙ иҡтисадта ҙур һынылыш яһаны һәм күп кенә үҫешкән илдәрҙе үтеп китә алды.
60-сы, 70-се, 80-се йылдар быуындарына иҡтисадтың, фәндең, мәҙәниәттең күп тармаҡтарын үҙгәртә алыуы, киләсәк өсөн тырышыуын дауам итеүе өсөн рәхмәт! Улар индустрия гиганттарын барлыҡҡа килтерҙе, сиҙәм күтәрҙе, ГЭС һәм БАМ-дарҙы төҙөнө һәм Йыһанға юл һалды.
Үҫештең бөтә осоронда ла йәштәр һәм комсомолдар әүҙем ҡатнашты һәм ҙур өлөшөн индерҙе. Тормоштоң һәр дәүерендә улар үҫмерҙәрсә дәрт менән уҡыны, тырышып хеҙмәт итте, Тыуған илде тоғро һаҡланы. Шул йылдарҙың лозунгтарын ғына хәтергә төшөрәйек әле: “Комсомолдар — самолетҡа!”, “Ҡыҙҙар — тракторға!”, “Даешь Магнитку!”, “Даешь ДнепроГЭС!” һәм башҡалар. Мөһим объекттарҙа комсомол штабтары булдырылды, һәм улар удар комсомол төҙөлөшө тип аталды. Унда юлламалар буйынса йәштәр ебәрелә, студенттарҙың төҙөлөш отрядтары туплана ине. Ул замандарҙа комсомол халыҡ хужалығының төп тармаҡтары өҫтөнән генә түгел, ә Хәрби-диңгеҙ һәм Һауа флоттары өҫтөнән дә шефлыҡ алды.
Башҡортостанда ғына ла Бөтә союз удар комсомол төҙөлөштәре унлап булды. Йәштәр энергияһын йәлләмәй тырышып эшләне. Улар күптәр өсөн өлгө булды, коммунистарҙан үрнәк алды. Үҙ-үҙҙәрен аямай эшләгән егет һәм ҡыҙҙар яңы геройҙар булып китте. Мәҫәлән, Өфөнән оператор Ғүмәр Теләшев, Хәйбулла районынан һауынсы Килдейәр Сөләймәнов, Саҡмағош районынан механизатор Ринат Йосопов...
Йәштәрҙең патриотик уҡталышы, ҡағиҙә булараҡ, дәүләт һәм дөйөм халыҡ хуплауын тапты. Үҙ алдарына үҫеп килгән быуынды ватансылыҡ һәм интернационализм рухында тәрбиәләү бурысын ҡуйған комсомол йәмғиәттең ижтимағи-сәйәси институты булараҡ үҫешә. Төп маҡсат — кешеләр бәхетенә өлгәшеү — өсөн улар Тыуған иленә тоғро хеҙмәт итә. Ошондай ҙур миссиялы комсомол ағзалары дәүләт власы органдарында ла, йәмәғәт ойошмаларында ла эшләне. Улар алдына аныҡ бурыстар ҡуя һәм һәр саҡ үҙ-ара кәңәшләшә ине.
Үҙемдең комсомол обкомында эшләгән осоромдо хәтерләп, шуны әйтә алам: республиканың тәүге етәкселәре Зыя Нуриев та, Миҙхәт Шакиров та даими рәүештә йәштәр һәм комсомол активы менән осраша торғайны. Был сараларҙың һис ҡасан да исем өсөн генә үткәрелгәне булманы. Уларҙа йәштәр өлкәһе генә түгел, дөйөм республика кимәлендәге мөһим мәсьәләләр ҡаралды.
Ә хәҙер бөгөн комсомол йәшендә булған заман йәштәренә бер нисә һүҙ әйткем килә. Ваҡыт аяуһыҙ алға йүгерә, быуындар алмашына. Өлкәндәргә алмашҡа йәштәр килә — был тәбиғи хәл. Илебеҙ ҙә, уның менән бергә дәүләт ҡоролошо ла үҙгәрҙе. Тик һәр ваҡыт кешеләр өсөн төп маҡсат — лайыҡлы йәшәү. Ә нисек быға өлгәшеү һәр кемдең үҙенә бәйле. Баймы, ярлымы, һаумы, сирлеме, белемлеме әллә әҙерлекһеҙме — үҙебеҙҙән тора. Һәр кем үҙенең мәнфәғәтен ҡайғырта, ихтыяжын ҡәнәғәтләндерергә тырыша.
Нисек кенә булмаһын, халыҡтың бәхете өсөн матди именлек шарт: аҙыҡ-түлек, кейем, машина, уларҙы етештереү өсөн механизмдар һәм сеймал, ҡорамалдар, уңайлы тормош өсөн энергия булдырыу һәм башҡалар. Матди етештереү — теләһә ниндәй йәмғиәттең тормош нигеҙе. Иҡтисад һәр кемдең тормош сифатын билдәләй. Уның үҫеше кешеләрҙең үҙ-үҙен тотошона, дәүләт сәйәсәтенә йоғонто яһай. Шуға күрә бөтәбеҙгә лә тырышып эшләргә кәрәк. Әммә кеше икмәк менән генә туҡ була алмай, уның өсөн тормоштоң рухи яғы ла мөһим. Туҡтауһыҙ уҡырға, ижад итергә һәм фекерләргә тейешһең.
Һуңғыһы. Беҙҙең ил тәбиғәт байлыҡтарына мул. Рәсәй аҙыҡ-түлек менән үҙен генә туйҙырып ҡалмай, уны күпләп һата ла ала. Әммә йыл һайын 35 миллиард долларлыҡ аҙыҡ-түлек ситтән индерелә. Был аҡсаға биш йыл буйы аграр бизнесҡа тос ярҙам күрһәтеп булыр ине.
Интеллектуаль һәм матди ресурстарға байбыҙ. Улар Рәсәйҙә кәрәгенән ун тапҡырға күберәк. Реаль ресурстар булғас, иҡтисад логикаһы буйынса илебеҙ теләһә ниндәй финанс ресурстарын да йәлеп итә ала тигән һүҙ. Әммә беҙ бөгөн инвестиция етмәй тибеҙ. Әле тағы бер “уңайлы” һылтау табылды — донъя иҡтисады көрсөгө, йәнәһе, беҙҙең хужалыҡта сағылыш таба. Ысынбарлыҡта был турала һүҙҙең булыуы мөмкин түгел. Ул ҡайҙалыр барлыҡҡа киләлер, ә бына Рәсәйҙә уйлап табыла.
Етештереү күләмен арттырыу өсөн кәрәкле матди, хеҙмәт һәм аҡыл ресурстары кәмеүе рецессия тип атала. Беҙҙә шундай уҡ ҡыҫҡарыу булдымы ни? Юҡ бит! Үкенескә ҡаршы, илебеҙҙә яһалма көрсөк булдырып маташалар, барлыҡ етешһеҙлекте шуға япһаралар. Беҙҙең иҡтисади ҡеүәт менән Ҡытай кеүек үҫешергә генә мөмкин. Сәбәп шунда: бөгөн беҙҙең иҡтисад — берҙәм халыҡ хужалығы түгел, ә киң күләмле, ябыҡ типтағы акционерҙар йәмғиәте. Ундағы өлөштәрҙең 80 проценты — сит ил капиталы. Ни бары 20 процент — Ватаныбыҙ ҡулында. Уйланырға урын бар. Мин быларҙы ни бары йәштәр ысын тормошто, уның эске механизмдарын аңлаһын өсөн генә әйтәм. Һеҙ беҙҙең яратҡан Тыуған илебеҙ алдында яуаплылыҡ тойорға тейешһегеҙ!
Байрам менән, дуҫтар!


Абрар Бәҙретдин улы Ярлыҡапов — иҡтисад фәндәре докторы, профессор. Афғанстандағы хәрби хәрәкәттәр ветераны (1985 — 1987 йылдар). Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһында иҡтисад һәм йәмәғәт секторы финанстары кафедраһында эшләй.
1942 йылдың 12 июлендә Хәйбулла районының Матрай ауылында тыуған. Башҡортостан ауыл хужалығы институтының агрономия факультетын, КПСС Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Юғары партия мәктәбен (1974), Йәмәғәт фәндәре академияһы аспирантураһын (1981) тамамлаған. 1964 — 1978 йылдарҙа — хужалыҡ һәм комсомол, 1981 — 1995 йылдарҙа партия һәм дәүләт эшендә була. 1968 — 1972 йылдарҙа — ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары, 1974 — 1978 йылдарҙа — ВЛКСМ-дың Үҙәк комитетында. 1990 — 1995 йылдарҙа Рәсәй Президенты ҡарамағында Башҡортостан Республикаһының тулы хоҡуҡлы вәкиле. Рәсәй Конституцияһы проектын әҙерләүҙә ҡатнаша (1993), Рәсәй Федерацияһы менән Башҡортостан Республикаһы араһында Федератив килешеү төҙөгәндә делегация ағзаһы була. Башҡортостан АССР-ы Юғары Советына ике саҡырылышта депутат булып һайлана. Банк структураһында эшләй, 1999 — 2003 йылдарҙа Мәскәү Хөкүмәтенең төбәк-ара һәм милли сәйәсәт комитеты рәйесе урынбаҫары була. Аграр иҡтисад өлкәһендә билдәле ғалим. 40-тан ашыу ғилми хеҙмәт авторы. Кандидатлыҡ һәм докторлыҡ диссертациялары яҙыусыларҙың ғилми етәксеһе һәм консультанты. Квалификация күтәреү буйынса сит илдәрҙә һәм Рәсәйҙә күп курстар тамамлаған.
Наградалары: “Почет Билдәһе” (1971) һәм Халыҡтар дуҫлығы (1988) ордендары, ВЛКСМ-дың Почет билдәһе, Урыҫ Православие сиркәүенең өсөнсө дәрәжә Преподобный Сергий Радонежский ордены, 13 миҙал (шул иҫәптән дүртәүһе сит ил дәүләтенеке), Рәсәй Дәүләт Думаһы, ВЛКСМ Үҙәк комитеты, Башҡорт ССР-ы Юғары Советы Президиумы, Мәскәү Хөкүмәте һәм башҡа ойошма һәм ведомстволарҙың почет грамоталары, СССР Ауыл хужалығы министрлығының күкрәккә таҡмалы билдәһе, ЮНЕСКО эштәре буйынса Рәсәй комиссияһы дипломы һәм башҡа наградалар менән бүләкләнгән.


Вернуться назад