Тәнде лә, йәнде лә йылыта29.10.2013
Тәнде лә, йәнде лә йылытаОшо көндәрҙә Өфөлә тәүгә башҡорт дебет шәлдәре йәрминкәһе ойошторолдо. Сарала Башҡортостандың шәл бәйләү оҫталығы менән дан тотҡан төбәктәре ҡатнашты. Ейәнсура, Күгәрсен, Стәрлебаш, Мәләүез райондары оҫталары йәрминкәгә килгән баш ҡала халҡын һәм ҡунаҡтарын йыр-бейеү, ҡайнар сәй менән ҡаршы алды.

Шәл бәйләү — халыҡтың борондан килгән шөғөлө. Элек ҡыҙҙар бәләкәй саҡтан уҡ энә-еп тоторға өйрәнгән, әсәй-өләсәйҙәре уларҙы ойоҡ, бейәләй, шәл бәйләү серҙәренә төшөндөргән. Хатта туйға ла борон кәзә бүләк иткәндәр бит. Уның һөтө генә түгел, дебетенең дә шифалы булыуын яҡшы белгән боронғолар.
Был шөғөл бөгөн дә бәҫен юғалтмай. Ауыл ерендә генә түгел, ҡалаларҙа ла шәл бәйләүселәр күп. Маһирҙар араһында төрлө бәйгеләр, күргәҙмәләр үткәрелә. Ә бына күҙ нурҙарын түгеп, күңел һалып бәйләнгән әйберҙәрҙе һатыуға сығарыуҙың баш ҡалабыҙ Өфөлә бығаса ойошторолғаны юҡ ине. Сара хаҡында иғлан ителгәс, төрлө төбәк оҫталары был башланғысты дәррәү күтәреп алды.
Иң ҙур делегация Ейәнсура районынан килде. Үҙҙәренең эштәрен Яңыбай, Байыш, Үтәғол, Абҙан, Байдәүләт, Бикбау, Иҫәнғол ауыл биләмәләре оҫталары тәҡдим итте. Райондың китапханалар селтәре директоры, ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы рәйесе Нәзирә Фәтхелислам ҡыҙы Кәримова һөйләүенсә, яңыраҡ төбәктә «Ейәнсура шәле» бәйгеһе ойошторолған. Төрлө номинацияла еңеү яулаған ҡул эштәре әлеге йәрминкәгә һайланған. Гран-приға лайыҡ булған шәлде бында «ыһ» та итмәй биш мең һумға һатып алғандар. Уны Иҫәнғолдан Зөлфиә Бикбулатова бәйләгән икән. Әйткәндәй, хаҡтарға килгәндә, ҙурлығына, бәйләнешенә һәм башҡа үҙенсәлектәренә ҡарап, шәлдәр уртаса 1500 – 4000 һумға һатылды. Эксклюзив эштәр ҙә булды – «Ләлә-Тюльпан» мәсете, Каруанһарай бинаһы төшөрөлгән, «Ҡәҙерле әсәйемә» тип яҙылған шәлдәрҙе һатманылар, сөнки уларҙы Мәскәүҙә үтәсәк күргәҙмәгә алып барасаҡтар. Әйҙә, күрһендәр илебеҙҙең баш ҡалаһында ла халыҡ араһында шундай оҫталар барлығын, быуындан быуынға күсә килгән матур йоланың дауам итеүен һәм яңынан-яңы алымдар менән үҫтерелеүен!
Күгәрсен, Стәрлебаш, Мәләүез райондарынан килгән оҫталарҙың да күҙ яуын алырҙай матур шәлдәрен халыҡ яратып алды. Шулай булмай, әйберҙе үҙе бәйләгән кешенән һатып алыу ышаныслы ла, хаҡы тураһында ла һөйләшеп килешергә була. Сауҙа майҙанында шулай уҡ ойоҡ, бейәләй, бирсәткә, шарф, берет, жилет, өсмөйөшлө шәлдәр һатылды. Кәзә мамығынан бәйләнгән ойоҡтар уртаса – 350-450, бейәләй – 250, бирсәткә 400 һумға тәҡдим ителде. Мәләүез районының Бельский ауылынан Рима Сәйетбатталова һүҙҙәренсә, «башҡорт» ойоҡбаштарына республиканан ситтә лә ихтыяж ҙур. Мәскәүҙән һәм башҡа сит төбәктәрҙән заказдар йыш була, ти ханым. Улай ғынамы ни, Италиянан Джузеппе һәм Мигель исемле таныштары ла уның бәйләмдәрен оҡшатҡан, йыл да үҙҙәренә һәм туғандарына алып ҡайта икән. Апай-инәйҙәрҙең йырлай-йырлай, туған моңдар менән үреп бәйләнгән эштәре сит яҡта йәшәгән яҡташтарыбыҙҙың аяҡ-ҡулын да, күңелен дә йылыта.
Йәрминкәлә ҡатнашыусылар менән аралашҡандан һуң, уларҙың уртаҡ уй-теләге асыҡланды: оҫталарҙың барыһы ла бындай сараларҙың йышыраҡ үткәрелеүен теләне һәм ойоштороусыларға – Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығына, Республика халыҡ ижады үҙәгенә һәм Өфө ҡалаһының Киров районы хакимиәтенә рәхмәт белдерҙе. Киләһе йәрминкә ҡышҡы һыуыҡтар башланғас, декабрь айында үткәрелә, тип хәбәр иттеләр Республика халыҡ ижады үҙәгенең матбуғат хеҙмәтенән. Йылы, матур шәлдәрегеҙҙе әҙерләй тороғоҙ, оҫталар!


Вернуться назад