Һаҡлыҡ саралары көсәйтелә29.10.2013
“Башавтотранс” дәүләт унитар предприятиеһының водителдәре һәм кондукторҙары транспорт салонында шикле әйбер табылғанда үҙ-үҙеңде нисек тотоу һәм артабан нимә эшләү йәһәтенән пландан тыш инструктаж үткән.
Мәғлүм булыуынса, күптән түгел Волгоград ҡалаһында рейс автобусында террорсы ҡатындың үҙ-үҙен шартлатыуы һөҙөмтәһендә бер нисә кеше һәләк булды, тиҫтәләгән пассажир йәрәхәтләнде. Инструктаждың маҡсаты – транспорт сараһында ошондай хәлде күҙаллау һәм булдырмау, ғәҙәттән тыш хәл тыуғанда албырғап ҡалмау. Әйткәндәй, баш ҡала юлдары буйлап 300-ләгән “Башавтотранс” автобусы йөрөй, улар көнөнә меңәрләгән пассажирҙы ташый.