Йылайыр районының “Ауыл уттары” редакцияһы хеҙмәткәрҙәре был юлы ла “Коллектив менән – “Башҡортостан”ға!” акцияһына ихлас ҡушылды.
– “Башҡортостан” гәзите беҙҙең өсөн оло туғаныбыҙ кеүек. Күп осраҡта уға таянабыҙ, төрлө кәңәштәрен файҙаланабыҙ, үҙ эшебеҙҙә ҡулланабыҙ, – ти гәзиттең баш мөхәррире, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Ильяс Таҡалов. – Бигерәк тә район гәзиттәре өсөн өлгө һәм йүнәлеш биреүсе яҡын дуҫтарыбыҙҙың береһе ул. Шуға күрә республикабыҙҙың төп милли баҫмаһы “Башҡортостан”ды район гәзите хәбәрселәре мотлаҡ алдырып уҡырға тейеш тигән ҡараштамын.
Ҡәләмдәшебеҙҙең был теләгенә башҡа район гәзите редакциялары ла ҡушылыр тигән өмөттәбеҙ. Хәйер, “Ауыл уттары” көньяҡ-көнсығыштағы райондарҙың матбуғат баҫмалары араһында көнүҙәк проблемаларҙы ҡыйыу яҡтыртыуы, халыҡтың йәшәйешен, тормошон киң сағылдырыуы, ауылдар яҙмышына битараф булмауы, хәл-ваҡиғалар тураһында ваҡытында мәғлүмәт биреүе менән айырылып тора. Оҙаҡ йылдар матбуғат өлкәһендә эшләүсе Фәрит Мортаев әйтеүенсә, бигерәк тә һуңғы осорҙа “Башҡортостан” ысын мәғәнәһендә халыҡ гәзитенә әүерелде. Ауыл тормошон яҡтыртҡан, социаль мәсьәләләрҙе күтәргән, эшҡыуарҙарҙың тәжрибәһе даими яҡтыртылған мәҡәләләрҙең күберәк булыуы уҡыусыларҙы үҙенә йәлеп итмәй ҡалмайҙыр. Нисек кенә булмаһын, гәзитте алдырыусыларҙың күберәге ауыл ерендә йәшәй бит.
Бөгөн коллективта 15 кеше эшләй. Ҡәләм оҫталары менән бер рәттән йәштәрҙең гәзиттә эшкә ҡалыуы бигерәк ҡыуаныслы. Башҡортостан һәм Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы Зөлфирә Ҡаҙаҡбаева – хаттар бүлеге мөдире. Тормошсан әҫәрҙәрен күптәр яратып уҡый, ул — ике китап авторы. Оҫта прозаик, талантлы яҙыусы Зөлфирә Йәғәфәр ҡыҙы – “Ауыл уттары” өсөн ҙур табыш. Йәш хәбәрсе Алмас Ҡужабәков тураһында ла тик йылы һүҙҙәр әйтергә мөмкин. Алмастың бигерәк тә спорт, йәштәр тормошо хаҡындағы мәҡәләләрен гәзит уҡыусылар көтөп ала.