Хоҙайбирҙин рухына тоғролар29.10.2013
Хоҙайбирҙин рухына тоғроларШәһит Хоҙайбирҙин исемендәге республика журналистар премияһын тапшырыу тантанаһы быйыл яңы асылған Ялсы ауыл мәҙәниәт йортонда үтте. Сарала Башҡортостан Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова, республикабыҙҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов, Журналистар союзы рәйесе Артур Дәүләтбәков ҡатнашты.

Быйыл премияға 12 ҡәләм оҫтаһы һәм бер авторҙар коллективы дәғүә иткәйне, шуларҙың өсәүһе генә лайыҡлы тип табылған. Абруйлы премияны алған ҡәләм оҫталарының береһе – радио һәм телевидение журналисы Зөлфиә Рәхмәтуллина. Ул республиканың төп телерадиокомпанияһында 12 йыл эшләй һәм ошо арауыҡта үҙен тура эфир алып барыу оҫтаһы итеп танытты. Тапшырыуҙары тос фекерле, йөкмәткеле, ғәҙеллек яҡлы булған журналист халыҡ ихтирамын яуланы. Икенсе лауреат – “Башҡортостан” гәзитенең фотохәбәрсеһе Айрат Нурмөхәмәтовтың исеме гәзит уҡыусыларға яҡшы таныш. Көнкүрешебеҙҙең, йәшәйешебеҙҙең иң сағыу, иң ҡыҙыҡлы мәлдәрен күреп, тотоп ҡала белгән үткер күҙле, һәр йәһәттән өлгөр, тынғыһыҙ фотохәбәрсе был өлкәлә утыҙ йылға яҡын хеҙмәт итә. Уның көндәлек тормоштағы ҡыҙыҡлы ваҡиғалар, илаһи тәбиғәт күренештәре, хеҙмәт алдынғылары, замандаштарыбыҙ тормошон төрлө образда сағылдырған фотоһүрәттәре матбуғат баҫмаларының һәр береһендә тиерлек донъя күрә. Өсөнсө лауреат – “Өмет” гәзитенең баш мөхәррире Рәдис Ноғоманов ваҡытында “Кызыл таң” гәзитендә баш мөхәррир урынбаҫары, “Тулпар” нәфис журналында баш мөхәррир вазифаларын башҡарған. Премияға тәҡдим ителгән “Янырға икән – янырға” тип аталған китабына уның төрлө йылдарҙа ижад иткән һүрәтләмәләре, публицистик мәҡәләләре, фельетондары, юлъяҙмалары, уйланыуҙары тупланған. Үҙ фекере булған ҡәләм оҫтаһын баһалама ағзаларының бер һүҙҙән мәртәбәле журналистар премияһына лайыҡ тип табыуы – ҙур баһа.
Йыйылыусыларҙы республика Президенты Рөстәм Хәмитов исеменән Лилиә Ғүмәрова сәләмләне:
— 1989 йылда уҡ барлыҡҡа килгән премия ысын мәғәнәһендә мәртәбәлеләрҙең береһе, һәм уға лайыҡлылар ғына дәғүә итә ала. Быға тиклемге һәм быйылғы лауреаттар ҙа, һис шикһеҙ, яуаплы, төплө фекерле, үткер ҡәләмле. Бөгөн журналистар алдында бик ҙур бурыстар, маҡсаттар тора. Киләсәктә лә үҙ һөнәрегеҙгә, ҡәләмегеҙгә тоғролоҡ һаҡлап, республикабыҙҙың сәскә атыуына булышлыҡ итерһегеҙ тигән ышаныстамын.
Лауреаттарҙы район хакимиәте башлығы Фәрит Мусин да тәбрикләне:
— Данлыҡлы Күгәрсен ерендә башҡорт халҡының арҙаҡлы улы Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге журналистар премияһын тапшырыу матур йолаға әүерелде. Районыбыҙ бихисап күренекле дәүләт эшмәкәре, шағирҙар, йырсылар һәм башҡа һөнәр эйәләрен үҫтергән. Шулар араһында публицист һәм яҙыусы Шәһит Әхмәт улының исеме айырым урын алып тора. Тарихтан мәғлүм булыуынса, ул Башҡортостандың дәүләт булараҡ ойошторолоуына ла күп көс һалған. Уның эшен бөгөн замандаштарыбыҙ дауам итә. Лауреаттарҙың хеҙмәттәрендә лә сағыла был күренеш. Замандаштарыбыҙҙың йәшәйеше, көнкүреше, тормошо яҡтыртыла, төрлө көнүҙәк мәсьәләләр күтәрелә киң мәғлүмәт сараларында.


Вернуться назад