Мөнәжәттәрҙе үҙебеҙсә әйтәйек!26.10.2013
Аҙна һайын тиерлек республикабыҙҙың төрлө төбәгендә мәсет асылыуы хаҡында ишетәбеҙ, матбуғат баҫмаларында вәғәздәр, дини темаға мәҡәләләр, радио-телевидениела тапшырыуҙар донъя күрә. Быларҙың барыһы өсөн дә Аллаһ Тәғәләгә шөкөр итәбеҙ.

Күптән түгел "Ашҡаҙар" радиоһының Интернеттағы рәсми сайтында йәш йырсы Ләйсән Шәрипова башҡарыуында мөнәжәт тыңланым. Ул әсәнең балаға әйткән өгөт-нәсихәте рәүешендә яҙылған. Һүҙҙәре — билдәле шағирә Дилә Булгакованыҡы, матур, тәрән мәғәнәле.
Әммә мөнәжәттең көйө уйланырға мәжбүр итте. Билдәле булыуынса, был ижад төрө — иманға әйҙәүҙең, дин тәғлимәтен аңлатыуҙың борон-борондан килгән бер ысулы. Минеңсә, бөгөн был саҡырыуҙар ғилми нигеҙҙә алып барылырға тейеш, шул саҡта ғына һөҙөмтә буласаҡ. Фәндә генетик, этник хәтер тигән төшөнсә бар: һәр халыҡтың аңына ата-бабаһының хис-тойғоһо, зауығы һалынған. Мәҫәлән, ҡалала йәшәгән милләттәштәребеҙҙең күбеһе ҡымыҙ ярата, ҡурай моңон хисләнеп тыңлай. "Йән тартмаһа ла, ҡан тарта" тигән мәҡәл дә тап шуға бәйле.
Тимәк, Ләйсән Шәрипованың мөнәжәте шәреҡ музыкаһына түгел, ә ҡурай, ҡумыҙ йәки думбыраға ҡушылып әйтелһә, милләттәштәребеҙгә йоғонтоһо, тәрбиәүи көсө күпкә артыр ине.


Вернуться назад