Иҫәнлек бир, Хоҙай!26.10.2013
Иҫәнлек бир, Хоҙай!
Рәмил Сурағол һүҙҙәре,
Ризуан Хәкимов көйө.


Кешегә ғүмерҙәр
бирелә
Мең түгел, бары тик
бер генә.
Ҡулымдан төшөрмәм
мин һине,
Йәнкәйем, төшөрмәм ғүмергә.

Тиҙ үтә был тормош яҙҙары,
Ә алда — һалҡыны, ҡарҙары.
Мин һине өшөтмәм, туңдырмам —
Онотма, йәнкәйем, мин барын.

Беҙ икәү — бер бөтөн: һин дә мин,
Ҡайғы ла, шатлыҡ та гел уртаҡ.
Йөрәктәр мәңгегә бәйләнгән —
Мөхәббәт — мәңгелек табышмаҡ.

Ҡушымта:
Мин һине ташламам мәңгегә-мәңгегә
Шул әсе яҙмыштар ҡулына.
Ташламам бер ҡасан, бер ҡайҙа, бер кемгә —
Эй, Хоҙай, иҫәнлек бир һин миңә!
Бәхетле булырға килгәнбеҙ был ергә —
Эй, Хоҙай, иҫәнлек бир һин беҙгә!


Вернуться назад