Иманлы ергә бәрәкәт ҡуна26.10.2013
Иманлы ергә бәрәкәт ҡунаҺарыҡ итенән бешерелгән тәмле аш еҫе, сыр-сыу килгән бала-саға тауышы көҙгө тынлыҡты уятып, туғай буйҙарын йәмләп ебәрҙе: Стәрлетамаҡ районы мосолмандарының һәр дини байрамы шулай үҙенсәлекле, матур уҙа.

Йыйылышып, бер-береңдең хәлен һорашыу, изге теләктәреңде еткереү, тормош хаҡында һүҙ йөрөтөү, бер аҙ бәхәсләшеп тә алыу — әҙәм балалары өсөн барыһы ла мөһим. Дини саралар шулай аралаштыра, яҡынайта, киләсәк көндәргә өмөт, ышаныс уята.
Районда иман йорттары ла һәйбәт эшләй. Уларға йөрөүселәр күбәйгәндән-күбәйә, тимәк, халыҡ асылына ҡайта. Хәйер һалыусылар, доға ҡылдырыусылар, мәрхүм туғандарын иҫкә алыусылар арта, мәсеткә тәүге тапҡыр аяҡ баҫҡандар иһә дини китаптар, календарҙар менән таныша. Өлкән быуын менән бер рәттән йәштәрҙең дә күпләп иман юлынан барыуы ифрат һөйөнөслө.
Иманлы ергә бәрәкәт ҡуна

Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм районы мөхтәсибе Ришат хәҙрәт РАФИҠОВ:
— Аллаға шөкөр, халҡыбыҙ уяна, уйлана башланы. Мәҫәлән, быйыл Ҡорбан байрамында кеше күп булды. Быға һөйөнгәндәй, көн дә йылы торҙо. 50 баш тирәһе һарыҡ салынды. Шәхси йорттарҙа, йылға буйҙарында ҡорбан ашы бешерелде. Шулай берҙәм, байрамдарҙы уртаҡ итеп йәшәгәндә, иншаллаһ, тормошобоҙ ҙа бәрәкәтле булыр.

Әминә ШӘҮӘЛИЕВА, Стәрлебаш районы:
— Быйыл Ҡорбан байрамында балалар менән бергә ҡорбан салдыҡ. Халыҡтың дини байрамдарға иғтибары артыуын күреү күңелгә ҙур кинәнес бирә. "Бына ҡайҙа ул берҙәмлек, татыулыҡ!" — тип ихлас һоҡланам.

Альберт РӘХМӘТУЛЛИН, студент:
— Мосолман байрамдарынан ситтә ҡалғаным юҡ. Дуҫтар менән Ураҙала, Ҡорбан ғәйетендә генә түгел, башҡа ваҡыттарҙа ла мәсеткә барып, хәйер һалабыҙ, яҡындарыбыҙҙың иҫәнлеген теләп, доға ҡылдырабыҙ. Изге ғәмәлдәр күңелебеҙгә ҙур кинәнес бирә.


Вернуться назад