Диспансерлаштырыу кәрәкме?26.10.2013
Быйылдан илебеҙ халҡы өсөн мотлаҡ диспансерлаштырыу индерелде. 21 йәштән өлкән һәр кеше өс йылға бер тапҡыр табиптарға күренергә тейеш. Ә балалар, студенттар һәм ветерандарҙың һаулыҡ торошо йыл һайын тикшереләсәк. Был сараның маҡсаты – оҙайлы (хроник) сирҙәрҙе уңышлы дауалау өсөн уларҙы мөмкин тиклем иртәрәк асыҡлау. Диспансерлаштырыу мотлаҡ медицина страховкаһы нигеҙендә бушлай үткәрелә. Ябай халыҡ был сараға ниндәй ҡарашта?
Наталья ФӘТХУЛЛИНА,
банк хеҙмәткәре, 21 йәштә:
— Дөйөм алғанда, ыңғай ҡарайым. Шулай ҙа бөгөндән һаулығымды тикшертергә мөмкинлегем дә, теләгем дә юҡ. Беренсенән, эште ташлап китеп булмай, икенсенән, әлегә үҙемдә ниндәйҙер сир эҙләтеү йәшенә етмәгәнмен, тип уйлайым. Табиптарға барып, сәләмәтлегеңә зарланмаһаң, улар һине тейешенсә ҡарап-тикшерергә атлығып тормай. Кәрәк булған осраҡта түләүле медицина ярҙамына мөрәжәғәт итәм, сөнки унда кешегә мөнәсәбәт башҡасараҡ.
Фена НӘЖМЕТДИНОВА,
эшсе, 40 йәштә:
— Совет осоронда эшләп йөрөгән кешеләр медицина тикшереүен үҙ ойошмаһының йүнәлтмәһе менән ойошҡан рәүештә үтә ине. Хәҙер заманалар үҙгәрҙе, яңы хужалар ябай халыҡтың һаулығын бик ҡайғыртып бармай. Шунлыҡтан мотлаҡ диспансерлаштырыуҙы ыңғай күренеш булараҡ ҡабул итәм. Өс йылға бер булһа ла бушлай сәләмәтлегеңде тикшертеү яҡшы инде. Үҙемә килгәндә, эштәге ял көндәремде файҙаланып, анализдар бирҙем, ҡайһы бер табиптарға ла күренеп өлгөрҙөм инде. Дөйөм алғанда, мин беркетелгән 2-се поликлиникала ла, ҡаланың үҙәк дауаханаһында ла диспансерлаштырыу сараһы менән айырым тәғәйенләнгән шәфҡәт туташтары шөғөлләнә, белгестәрҙән ҡаралырға махсус сәғәттәр бүленгән. Сират булһа ла, миңә, мәҫәлән, әлегә бер кабинет алдында ла оҙаҡ көтөп ултырырға тура килмәне. Медицина хеҙмәткәрҙәренең мөғәмәләһенән дә ҡәнәғәтмен.
Альберт ҺӨЙӨНДӨКОВ,
инженер, 35 йәштә:
— Тиҫтә йылдан ашыу хәрби хеҙмәттә булдым, унда диспансерлаштырыу йыл һайын үткәрелә ине. Шуға ла был сара бик кәрәкле тип һанайым. Һәр кеше һаулығы тураһында тәү сиратта үҙе хәстәрлек күрергә тейеш. Бында, әлбиттә, белгестәрҙең кәңәше кәрәк. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, сәләмәтлек торошон ҡайғыртып бармайбыҙ шул. Ара-тирә килеп тыуған сырхауҙарға ҡул һелтәп ҡарайбыҙ, эш тип, донъя мәшәҡәттәренә сумып, ҡайһы бер ауырыуҙы аяҡ өҫтө үткәрәбеҙ. Быйыл минең йылғылар диспансерлаштырыу үтмәй, киләһе йылда һис шикһеҙ барасаҡмын.
Ирина НУРЕТДИНОВА,
шәхси эшҡыуар, 40 йәштә:
— Быйыл мотлаҡ диспансерлаштырыу үтергә тейешлегем хаҡында хәбәрҙармын. Һәр ваҡыттағыса, эш менән мәшғүл булып, был турала онотоп та ҡуйғанмын. Һорау биреп, иҫкә төшөргәнегеҙ өсөн рәхмәт инде. Ошо көндәрҙә, бер нәмәгә ҡарамай, поликлиникаға юлланасаҡмын. Һаулыҡ торошон әленән-әле тикшертеп тороу зарур, бигерәк тә бишенсе тиҫтәгә аяҡ баҫҡан кешегә. Диспансерлаштырыуҙы ыңғай баһалайым. Үҙеңдә ниндәйҙер ауырыу барлығын алданыраҡ белеп, артабан маҡсатлы дауалау ыңғай һөҙөмтәләргә килтерер тигән фекерҙәмен
Ленар ӘХТӘРИЕВ,
хеҙмәткәр, 57 йәштә:
— Донъя әкренләп яҡшы яҡҡа үҙгәрә бит. Ил етәкселегенең күпкә һуңлап булһа ла халыҡ һаулығын ҡайғыртыуға йөҙ менән боролоуы ҡыуаныслы. Бик ваҡытлы һәм кәрәкле эш. Тик ул сираттағы шау-шыулы кампания булып ҡына ҡалмаһын, ә йыл һайын юғары кимәлдә, мөһимлеген бар халыҡ аңларлыҡ итеп үткәрелһен ине. Һуңғы йылдарҙа илдә күп кенә яҡшы башланғыстарҙың онотолоуын, ябай кешегә килеп етмәүен күреп өйрәнгәс, ошондай фекерҙәрҙән дә арынып булмай.
Үҙемә килгәндә инде, йәшем буйынса алтынсы тиҫтәне ҡыуһам да, маҡтанып әйтмәйем, әлегә тиклем бер тапҡыр ҙа больничный алғаным булманы. Ара-тирә булған тымау-сырхауҙарҙан халыҡ медицинаһы ярҙамында ҡотолам. Быға тиклем табиптарға йөрөмәһәм дә, диспансерлаштырыуға барырмын инде. Һуңғы ваҡытта билем борсой башланы (ҡартлыҡ ишек ҡағалыр инде – көлә) – бәлки, берәй ярҙам булыр.