Башҡорт түрә булһа, сабатаһын түргә элә, тигән әйтем Мирсәйет Ғүмәр улы Юнысовҡа бер ҙә генә йәбешмәй. Ун биш йыл инде етәксе вазифаһын башҡарыуына ҡарамаҫтан, ул кешелекле, кеселекле булып ҡала бирә. Үҙен ҡул аҫтында эшләүселәр генә түгел, арлы-бирле таныштар ҙа ихтирам, хөрмәт итә. Ипле, итәғәтле мөғәмәлә кемде битараф ҡалдырһын инде! Ә Мирсәйет Ғүмәр улын тап ошо сифаттар ҡылыҡһырлай.
Хәтеремдә, университетта уҡығанда курсташым Матбуғат йортона яҡташы янына йыш һуғыла торғайны. Бер тапҡыр мин дә эйәреп индем. Шунда өндәшмәҫ, тыныс ҡына бер ағайҙы осраттыҡ. “Башҡортостан пионеры” гәзитенең спорт бүлегендә эшләгән Мирсәйет Юнысов булып сыҡты ул. Шул ваҡытта көйәрмән ене ҡағылғандыр инде үҙенә. Иң ҙур ҡыҙыҡһыныуы ла спорт уның. Айырыуса хоккейҙы үҙ итә. 90-сы йылдарҙан алып “Салауат Юлаев” командаһының уйындарын ҡарарға йөрөй. Тап уҙған матчты иҫләп тикшергәндә күҙҙәре янып, йөҙө балҡып китә. Юҡҡа ғына: “Мине хоккей ҡарарға ҡамасаулауҙары ғына асыуландыра ала”, – тимәйҙер. Вәт, ысын көйәрмән, исмаһам!
Мирсәйет Ғүмәр улы – хәстәрлекле ғаилә башлығы ла. Ике улы “атай” тип өҙөлөп тора, туғандары араны һыуытмай. Шуның менән бәхетле лә.
“Йәншишмә” гәзитенең ябай хәбәрсеһенән баш мөхәррире вазифаһына тиклем күтәрелгән ҡәләмдәшебеҙ, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Хәйбулла районының хәҙер инде юҡҡа сыҡҡан Бәләкәй Әбеш ауылында тыуған. Яугир улы булараҡ, Өфөләге 1-се республика башҡорт мәктәп-интернатына йүнәлтмә алып, уҡып сыға. Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлай. “Интернатташ”, “курсташ”, “төркөмдәш” тип тә уға күҙ төбәп киләләр. Билдәле, хәленән килгәнсә кәңәш биреп, ярҙам итеп ебәрә. Изгелек кире әйләнеп ҡайта бит ул – үҙенә лә юлында тик яҡшы кешеләр осрай.
Айырып шуны әйтке килә: Мирсәйет Ғүмәр улына юмор тойғоһо ла хас. Сит күренештәр хаҡында ғына оҫта итеп һөйләп көлдөрөп ҡалмай, шәхсән тарыған ваҡиғаларҙы ла үҙенә генә хас самимилыҡ менән бәйән итә. Әйткәндәр бит, ябайлыҡта – бөйөклөк, тип.
Ысынлап та, уны яратмаған, хөрмәт итмәгән кеше юҡ. Бөгөн уға был һүҙҙәрҙе йыш юллайҙарҙыр. Шуныһы бәхәсһеҙ: барыһы ла ысын күңелдән, саф йөрәктән. Ир уртаһы йәшенә етеп, тормошоңдо байҡағанда, шундай эскерһеҙ ҡотлауҙар ғына ишетеүе – иң ҙур баһа, дәрәжә.