“Айырылғанды — айыу, бүленгәнде бүре ашар”, “Күмәкләгән — яу ҡайтарған”, “Татыу аш татлы булыр” кеүек ҡанатлы һүҙҙәрҙе васыят итеп ҡалдырған ата-бабалар. Башҡорт халҡының ҡунаҡсыллығы, башҡа халыҡтарға ҡарата йылы мөнәсәбәте хаҡында ҙур-ҙур әҙиптәр, фекер эйәләре лә әйткән.
Башҡаларға булған ихтирамын һүҙ менән генә түгел, изге эше менән дә иҫбатлаған башҡорт. Рәсәйгә ябырылған дошмандарға ҡаршы яуға сапҡан, бәләгә тарығандарҙы иленә һыйындырған, ярҙам иткән...
Ошо изге тойғолар аңыбыҙға ғына түгел, ҡаныбыҙға ла һеңгәндер. Башҡортостан бөгөн дә татыулыҡ һәм берҙәмлек өлгөһө булып тора: йөҙҙән ашыу милләт иңде иңгә терәп донъя көтә беҙҙә. Әлбиттә, халыҡтар араһындағы татыулыҡ тигән гөлгә һыу һибеп тороу ҙа мотлаҡ. Быйылғы йылдың Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылы тип аталыуы ла юҡҡа түгел.
Башҡортостан Президенты ҡарамағында эшләп килгән милләт-ара татыулыҡты нығытыу мәсьәләләре буйынса Совет ултырышында дәүләт власы вәкилдәре, ғалимдар, дин әһелдәре, милли йәмәғәт ойошмаларының етәкселәре ҡатнашты. Ултырышты Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов алып барҙы.
“Беҙ быуаттар буйына Башҡортостан ерендә берҙәм һәм татыу ғаилә булып йәшәйбеҙ, — тине Р. Хәмитов. — Ләкин йылды “Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылы” тип атап, республикабыҙҙа милләт-ара мөнәсәбәттәрҙең үҫешенә иғтибар йүнәлтке килде. Республикала йәшәүсе милләттәрҙең бер-береһенә үпкә һүҙҙәренең, дәғүәләренең булмауы — барлыҡ Рәсәйгә яҡшы өлгө ул”.
Президенттың фекеренсә, республиканың был өлкәләге тәжрибәһен Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә лә күрәләр. “Беҙгә киләләр, өйрәнәләр, ҡарайҙар, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул. — Республикала иғлан ителгән йылға арналған барлыҡ саралар ҙа юғары кимәлдә үтте”.
Ултырышта Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтов Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылы йомғаҡтары буйынса доклад менән сығыш яһаны. Шулай уҡ Дәүләт милли сәйәсәте концепцияһының проекты тәҡдим ителде.
С. НӘЗИРОВ.