Автомобилист тиһәң, ни өсөндөр күҙ алдына еңел машинала елдереүсе килеп баҫа. Ә уйлаһаң, был исемгә тәү сиратта йөк машиналарында эшләүсе лайыҡ бит, килешәһеңме, мөхтәрәм уҡыусым? Ҙур караптарҙа йөҙгән капитан һымаҡ улар! Стәрлетамаҡ ҡалаһында урынлашҡан “УМиМ плюс” ойошмаһының автотранспорт участкаһы егеттәре менән аралашҡандан һуң күңелдә нәҡ шундай уйҙар тыуҙы.
– Ҡырҡ йыл рулдәмен инде, – тип хәтирәләр ебен һүтә ойошмала “ГАЗ-66” машинаһында тир түгеүсе Фәнис Сәйфетдинов.
Үҙ ғүмерендә ниндәй генә төр “тимер ат”ты йүгәнләмәгән Фәнис ағай: “КамАЗ”да ла эшләгән, “ЗиЛ”да ла йөрөгән. Заманында Себер яҡтарында ла булған ул. “Себерҙә аҡсаны көрәп алалар”, – тип әйтеүе генә анһат, 50-55 градуслыҡ һыуыҡта машинаң боҙолһа, йә ҡул-аяғыңды туңдырғаныңды, йә тәүлектәр буйы ас ултырыуыңды көт тә тор. Әммә шундай һынауҙар ҙа айыра алмай Фәнис Карам улын яратҡан һөнәренән. Тыуған яғына ҡайтҡас та йыраҡ рейстарға йөрөй, машинанан төшә белмәй. Әйткәндәй, был ойошмала һәр шофер уның кеүек күп йыллыҡ юл стажына, ҙур оҫталыҡҡа эйә.
– Юлда ҙур автомобиль менән идара итеүсене хөрмәт иткән замандар артта ҡалды шул. Бигерәк тә йәштәр уйлап тормай, уҙам тип, машинаһында ҡапыл алдыңа килеп сығалар, боролам тиһәң – сигналын ҡысҡыртырға тотоналар. Ғөмүмән, юл хәрәкәте мәҙәниәте бик түбән, – тип бөгөнгө йәмғиәткә бер аҙ үпкәһен дә белдерә “ГАЗель”дә эшләүсе Владимир Масленников. Владимир Николаевичтың стажы иһә әҙ түгел – 37 йыл.
Участкала йөк машиналары байтаҡ икән. Иң ҙурында – “КамАЗ”да – Юрий Силантьев эшләй. Ул да 22 йыл буйы шофер булып хеҙмәт итеү дәүерендә байтаҡ донъя гиҙгән.
– Әлбиттә, шофер булып эшләүе ҡыҙыҡ та, ауыр ҙа. Элек, беҙ йәш саҡта, водитель танытмаһы алыу өсөн 6 ай буйына уҡый торғайныҡ. Автобуста йөрөр алдынан йөк машинаһында – өс, арба (прицеп) тағыр өсөн тағы ла өс йыл шофер булып эшләргә кәрәк ине. Ә хәҙер? Бер нисә ай ғына уҡып сығалар ҙа автобуста ла елдерәләр, оҙон-оҙон арбалар ҙа тағып йөрөйҙәр. Шунан юл хәүефһеҙлеге хаҡында һүҙ йөрөтөп ҡара инде, – ти Юрий Михайлович бөгөнгө водителдең яуаплылығы тураһында.
– Ысынлап та, шофер булып эшләү еңелдән түгел, бигерәк тә автомобилдәр күбәйгәндән-күбәйгән мәлдә. Шуға ҡарамаҫтан, бер генә водителебеҙ ҙә йөҙөбөҙгә ҡыҙыллыҡ килтергәне юҡ. Эштәрен намыҫ менән, ваҡытында башҡаралар, машиналарын ҡарап-йүнәтеп торалар. Юл ауыр тип бер ҡасан да һылтау тапмайҙар, кәрәк урынға баралар. Төҙөүселәрҙе (ойошма йорттар төҙөү менән шөғөлләнә) кәрәк-яраҡһыҙ ҡалдырмайҙар. Афарин, егеттәр! – тип маҡтау һүҙҙәре әйтә участка начальнигы Камил Ғилманов. Егеттәргә Камил Хәкимйән улының был һүҙҙәренән дә ҙурыраҡ баһа юҡтыр, тип уйлап ҡуйҙым.
Байрамығыҙ мөбәрәк, юлдарығыҙ хәүефһеҙ булһын, хөрмәтле шофер ағайҙар!