Киҙеүгә бирешмәйек!26.10.2013
Башҡортостанда грипп һәм киҫкен респиратор вируслы, короновируслы инфекцияларға бәйле хәлдең торошо нисек – “Башинформ” мәғлүмәт агентлығында үткән матбуғат конференцияһында һаулыҡ һаҡлау учреждениелары белгестәре ошо хаҡта һөйләне.
14 октябрҙән 20-һенә тиклем республикала киҫкен респиратор инфекция менән 12 140 кеше сирләгән, уларҙың 70 процентын 15 йәшкә тиклемге балалар тәшкил итә. 100 мең кешегә 29,8 сирле тура килә. Был алдағы аҙналағы күрһәткестән – 17,5 процентҡа, уртаса йыллыҡ күрһәткестәр менән сағыштырғанда, 18,8 процентҡа түбәнерәк. Грипп менән сирләү осраҡтары теркәлмәгән.
Баш ҡалала иһә үрҙә телгә алынған ваҡыт арауығында киҫкен респиратор инфекцияға 3 340 кеше дусар булған, уларҙың 61,7 проценты – 15 йәшкә тиклемге балалар. 100 мең кешегә 30,9 сирле тура килә – алдағы аҙна күрһәткесенән 19,9 процентҡа түбәнерәк.
Сентябрҙең икенсе яртыһынан республикала грипҡа ҡаршы иммунизациялау кампанияһы башланды. Иҫкәртеү прививкаларының милли календары буйынса төбәктә 800 мең кешене, шул иҫәптән 300 мең баланы вакцинациялау күҙаллана. 18 октябргә тиклем республикала төрлө сығанаҡтар иҫәбенә 172 530 кешегә прививка яһалған (Башҡортостан халҡының 4,2 проценты): федераль ҡаҙна саралары иҫәбенә – 147 478 балаға (пландың 49,2 проценты), республика ҡаҙнаһы иҫәбенә – 17 695 кешегә.
Башҡортостанда вируслы сир эпидемияһы декабрь аҙағында – ғинуар башында көтөлә. Табиптар айырыуса короновируслы инфекция хәүефле тип белдерә – уға ҡаршы әлегә иҫкәртеү прививкаһы ла юҡ. Инфекция, ғәҙәттә, Көнсығыш илдәренән инә, шуға күрә ошо илдәрҙән килеүселәр, шулай уҡ хаж ҡылыусылар даими эпидемиологик күҙәтеү аҫтында булырға тейеш.
Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: теләһә ҡайһы инфекцияны йоҡтормау өсөн ябай ғына ҡағиҙәләрҙе үтәргә – ҡулды йыуырға, тын алыу юлдарын даими сайҡатырға, махсус маска кейергә кәрәк. Шулай уҡ иммунитетты күтәрә торған сараларҙы ҡулланыу ҙа зыян итмәҫ.