Кадрҙар бөтәһен дә хәл итә26.10.2013
Кадрҙар бөтәһен дә хәл  итәБарыһының ҡыуанысы йөҙҙәренә яғылған. Уларҙың ихлас йылмайыуы бүтәндәрҙең дә күңеленә күсә. Ҡыуанмаҫлыҡ та түгел шул: бихисап дәғүәселәр араһынан улар иң шәптәре тип танылған.

Кадрҙар бөтәһен дә хәл итә тигән әйтем бар. Ысынлап та, дөрөҫ һайланған кадрҙар сәйәсәте баҙар шарттарында конкурентлыҡҡа һәләтлелектең, уңыштың төп нигеҙе булыуына шик юҡ. Тап шул маҡсаттан өсөнсө йыл үткәрелгән “Профессиональ кадр белгесе-2013” асыҡ конкурсының еңеүселәре билдәләнде.
Башҡортостан Республикаһы Президентының Дәүләт граждан хеҙмәте һәм кадрҙар сәйәсәте мәсьәләләре буйынса идаралығы начальнигы, жюри рәйесе Илдар Зәбиров, еңеүселәрҙе ҡотлап, уңыштар теләне, һәр эштең ентекле һәм ғәҙел тикшерелеүе хаҡында һөйләне. Бәйгелә Өфө, Учалы, Бөрө, Нефтекама, Стәрлетамаҡ, Салауат, Ишембай, Белорет, Иглин райондары һәм ҡалаларынан барлығы 70 кеше ҡатнашҡан.
“Персонал менән идара итеү” номинацияһында “Газпром трансгаз Өфө” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенән Дарья Мамаева, “Кадрҙар менән эш алып барыу” номинацияһында Ишембайҙағы “Витязь” машина эшләүселәр асыҡ акционерҙар компанияһының кадрҙар буйынса әйҙәүсе белгесе Елена Лазарева, “Бөгөнгө дәүләт һәм муниципаль хеҙмәт” номинацияһында Яңауыл районы хакимиәтенән Эльвира Абдуллина беренсе урынды яуланы.
“Белорет май-сыр комбинаты” йәмғиәтенән Юлиә Ҡәнәфина “Респект” хоҡуҡ компанияһының махсус бүләгенә лайыҡ булды.
Еңеүселәргә дипломдар, ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды.


Вернуться назад