ХОҠУҒЫҢДЫ БЕЛ!30.12.2011
Гәзит уҡыусыларҙан хоҡуҡи мәсьәләләр буйынса килгән һорауҙар артҡандан-арта. Уларға “Лига-М” юридик компанияһының директор урынбаҫары, хоҡуҡ белгесе Таһир Мансуров яуап бирә. Юрисҡа мөрәжәғәт итеү өсөн һорау@mail.ru электрон адресына хат яҙып ебәрергә йәки телефон аша редакцияның дәүләт һәм хоҡуҡ бүлегенә (272-35-20) шылтыратырға мөмкин.

Аҡса етмәү бурыстан ҡотҡармай

— Ҡатыным менән айырылыштыҡ. Ул хәҙер бик хәлле кешелә кейәүҙә. Ә минең эш хаҡым бәләкәй, шунан өҙөп, улым өсөн алимент та түләргә тейешмен. Ҡатынымдың матди хәле яҡшы булғас, әлеге бурыстан баш тарта аламмы?
Ринат, Салауат ҡалаһы.


— Элекке ғаиләгеҙҙең матди хәле яҡшырыу менән генә улығыҙ һеҙҙеке булыуҙан туҡтамай. Алимент түләүҙе ҡатынығыҙҙың яңы ире малайҙы уллыҡҡа алған осраҡта ғына туҡтата алаһығыҙ (әйткәндәй, был һеҙҙең ризалыҡ менән эшләнергә тейеш). Ә әлегә, Ғаилә кодексының 20-се статьяһына ярашлы, улығыҙға 18 йәш тулғансы түләргә бурыслыһығыҙ.

Һеҙҙең ризалыҡ кәрәк

— Мин — торлаҡ хужаһы. Улыбыҙ беҙҙә теркәлгән. Ул тәүге ҡатыны менән айырылышты ла икенсегә өйләнде. Хәҙер йортомда үҙенең улын да теркәтергә теләй. Минең ризалыҡтан тыш быны эшләй аламы?
Раҡыя, Күгәрсен районы.


— Рәсәйҙең Гражданлыҡ кодексындағы 20-се статьяға ярашлы, 14 йәше тулмаған балаларҙың йәшәү урыны тип уларҙың законлы вәкилдәре — ата-әсәһе, уллыҡҡа йәки тәрбиәгә алған кешеләр — теркәлгән торлаҡ иҫәпләнә. Ата-әсәһе айырым йәшәгән булһа, икеһенең береһендә теркәлергә тейеш. Шулай ҙа йәшәү урыны буйынса теркәү өсөн торлаҡ хужаһының рөхсәте кәрәк. Һеҙҙең ризалыҡтан тыш баланы теркәтә алмайҙар.

Яуаплылыҡ тигеҙ

— Бынан бер нисә йыл элек танышым алған кредит өсөн яуаплылыҡты уртаҡлашҡайным. Тәүҙә ул кредитын ваҡытында түләп барҙы, аҙаҡ “онотто”. Банк уны һәм беҙҙе — өс поручителде — судҡа бирҙе. Түләүҙән ҡотолоу өсөн ни эшләргә кәрәк? Минең эш хаҡым бәләкәй һәм кескәй балам бар. Ә кредит бурысын ҡайтарыуҙан баш тартҡан танышымдың эш хаҡы яҡшы ғына.
Зилә, Өфө ҡалаһы.


— Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Гражданлыҡ кодексының 363-сө статьяһына ярашлы, һеҙ банк алдында кредит алыусы кеүек үк бер кимәлдә яуаплы. Кәңәшем шул: бынан ары кемгәлер поручитель булыр алдынан бик төптән уйлағыҙ.

Уҡырға һуң түгел

— Ирем 2000 йылда X класты тамамлағандан һуң төрлө сәбәптәр буйынса XI класҡа бармаған. Әле уның тулы урта белем тураһындағы аттестаты юҡ. Хәҙер берәй нисек XI класты тамамлай аламы?
Гөлфирә, Ауырғазы районы.


— Мөмкин. Ул киске мәктәпкә (көндөҙ йәки ситтән тороп уҡырға ла була), һис юғында экстернатҡа бара ала. Үҙегеҙҙең райондағы мәғариф идаралығына мөрәжәғәт итегеҙ. Улар һеҙгә уҡыу йорто табасаҡ һәм ниндәй формала белем алыу отошлораҡ икәнлеген кәңәш итәсәк.


Вернуться назад