Яңы йылда нисек ял итәбеҙ?26.10.2013
Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Дмитрий Медведев 2014 йылда ял көндәрен күсереү тураһындағы ҡарарға ҡул ҡуйҙы.

Киләһе йыл яңы йыл каникулы һигеҙ көн (1 — 8 ғинуар) дауам итә. 4 һәм 5 ғинуарҙағы ял көндәре байрамға тура килә. Шуға күрә Рәсәй Хеҙмәт кодексына ярашлы, Хөкүмәт уларҙы 2 майға һәм 13 июнгә күсерергә ҡарар итте.
Киләһе йыл 23 февраль йәкшәмбегә тап килгәнгә күрә, ял көнөн 3 ноябргә күсереү тәҡдим ителә. Тимәк, ноябрҙә Рәсәй халҡын рәттән дүрт көн ял (1 — 4 ноябрь) көтә.
1 — 4 һәм 9 — 11 май, 12 — 15 июнь, 1 — 4 ноябрь — ял көндәре. Бынан тыш, Башҡортостан халҡын шулай уҡ республика, мосолман байрамдары көтә.
Быйыл 4 ноябрь — Халыҡтар берҙәмлеге көнө — дүшәмбегә тура килә. 1 ноябрҙә эш көнө ҡыҫҡармай. Төп йәки йыллыҡ өҫтәмә түләүле отпуск бирелгәндә 4 ноябрь календарь көн иҫәбенә индерелмәй.


Вернуться назад