Хәҡиҡәт эҙләгәндә25.10.2013
“Нисек йәшәргә?” тигән һорау менән егет бер ҡартҡа мөрәжәғәт иткән.
– Әйтсе, тормош йылғаһы буйлап нисек ағырға? Нимә дөрөҫ?
– Башҡалар кеүек булма, – тигән ҡарт. – Битарафтар һәм “һоро”лар менән бергә ағым буйлап аҡма, ҡаршыға йөҙ! Тормош – көрәш. Тулҡындарҙы яр! Алға ынтыл! Маҡсатыңа өлгәш! Донъяны камиллаштырыу өсөн барлыҡ ҡаршылыҡтарҙы еңергә тырыш!
Егет ризалашҡан да артабан киткән. Кәңәш һорап, икенсе ҡартҡа барған.
– Тормош йылғаһы буйлап нисек ағырға? Ағымға ҡаршылашырғамы?
– Юҡ, – тип яуаплаған был ҡарт. – Мәғәнәһе юҡ. Уға ҡаршылашыу – тотош Йыһан ҡанундарына ҡаршы барыу тигән һүҙ ул. Һин, киреһенсә, ағым менән бер бул, уның эсендә юғал һәм йәшәйеш менән берҙәмлеккә өлгәшерһең.
Егет, рәхмәт әйтеп, өсөнсө аҡыл эйәһенә юлланған.
– Әйтсе, зинһар, миңә нисек йәшәргә? Көрәшә һәм еңә килә ағымға ҡаршы барырғамы, әллә уның ыңғайына торорғамы?
– Хәҡиҡәт шунда: һиңә ағымға ҡаршы барыу ҙа, уның ыңғайына тороу ҙа кәрәкмәй. Үҙеңә ҡайҙа кәрәк, шунда йөҙ. Был осраҡта аҡыл-зиһенең – теҙген, ә күңелең елкән кеүек булырға тейеш.
Егет, уйға батып, артабан киткән. Юлда уға тағы бер оло кеше осраған. Кәңәш артыҡ буламы ни? Уға ла һорауын биргән:
– Әйтсе, миңә нисек йәшәргә? Ағымға ҡаршы барырғамы, әллә ыңғайына торорғамы? Әллә, аҡылға бойһоноп, ҡайҙа кәрәк, шунда йүнәлергәме?
– Ағым? – тип аптыраған оло кеше. – Ниндәй ағым? Ғәфү ит, мин, мәҫәлән, уны тойманым. Миңә ҡәҙимге йөҙөү ҙә оҡшай…


Вернуться назад