Тормошта һәр кемдең — үҙ урыны25.10.2013
— Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Әл-хәмдү лил-ләһи раббил-ғаләмин Үәс-саләтү үәс-сәләмү ғәлә мүхәммәдән үә ғәлә әлиһи үә әсхәбиһи әжмәғин.
“Аллаһ Тәғәлә иманлы һәм һөнәрле бәндәһен ярата”, — тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә. Был сифаттар иң юғары урында тора: әҙәм балаһы Ергә килгән, унда йәшәй икән, әҙәпле-әхлаҡлы булырға, һөнәр белеп, етеш тормош булдырырға тейеш. Ә бының өсөн Хоҙай һәр бәндәһенә ниндәйҙер һәләт биргән: кемдер йырлай, бейей, көйҙәр сығара, икенселәр белем бирә, өсөнсөләр иген, ағас үҫтерә, йылҡы үрсетә һәм башҡалар. “Аллаһ Тәғәлә һеҙгә ниндәйҙер айырым һөнәр буйынса ризыҡ бирә икән, шул юлды дауам итергә тырышығыҙ”, — тигән Пәйғәмбәребеҙ. Ә уны үҫтереүҙең, камиллаштырыуҙың иге-сиге юҡ. Был баҫҡыстар эштә төрлө разряд менән билдәләнә. Тимәк, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, Аллаһ Тәғәлә биргән һәләтте даими үҫтереү — дәрәжәнең нигеҙе, ныҡлы терәге.
“Һөнәре бар һыуҙың үренә йөҙөр”, “Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ”, ти халҡыбыҙ. Һөнәр өйрәтеү йәһәтенән иң ҙур яуаплылыҡ атай-әсәйгә йөкмәтелгән. Ғәйрәтлерәк, көслөрәк зат ауыр эштәрҙе белергә, тыуған ерен һаҡларға әҙер булырға, ә ҡатын-ҡыҙ ғаилә усағын һаҡларға, балаларға дөрөҫ тәрбиә бирергә, телде, мәҙәниәтте, әҙәп-әхлаҡ төшөнсәләрен өйрәтергә бурыслы. Өҫтәүенә улар хеҙмәттең, ҡул һәм зиһен көсөнөң баһаһына төшөндөрөргә тейеш. Ир балаға аҡылды күберәк — атаһы, ҡыҙҙарға әсәһе бирә. “Атаһыҙ — ул, инәһеҙ ҡыҙ көтмә” тигән мәҡәл тап шуға бәйле.
Ғаиләнең иҡтисади нигеҙе өсөн кем яуаплы? Дин буйынса — ир-ат. Ул ғаиләһенә йәшәү өсөн барлыҡ шарттарҙы тыуҙырырға тейеш. Ә инде ҡатын-ҡыҙ эшләй икән, уның тапҡан малы ғаилә ҡаҙнаһына индерелмәй. Аҡсаһының үҙе риза булып биргән хәлдә генә уртаҡ тотонолоуы ихтимал.
Ғөмүмән, ҡатын-ҡыҙ ауыр эш башҡарырға тейеш түгел. Бөгөн, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күп осраҡта бының киреһен күрәбеҙ. Тормоштоң ауыр йөгөн тартып барған гүзәл зат вәкилдәренең күбеһенең ҡатын-ҡыҙ, әсә бәхетенән мәхрүм булыуы айырыуса аяныслы. Тыуым кәмеүенең, һөҙөмтәлә белем усаҡтары ябылыуының, ауылдарҙың нигеҙе ҡороуының сәбәбе, бәлки, ошондалыр ҙа. Шуның өсөн дә, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, һәр беребеҙ үҙебеҙгә йөкмәтелгән бурысты теүәл үтәһәк ине. Аллаһ Тәғәлә ирҙәрҙе ғәйрәтле, көслө, ҡатын-ҡыҙҙы матурлыҡ, тәрбиәлелек өлгөһө итеп яратҡан, тимәк, ошо юлдан тайпылыу, йәшәйешкә башҡа төрлө ҡағиҙә индерергә тырышыу ҙур яҙыҡ булыр. Бер-беребеҙҙең ҡәҙерен белеп, дәрәжәбеҙҙе һаҡлап һәм күтәреп йәшәргә яҙһын, иншаллаһ. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.