Өйләнешергәме, юҡмы?25.10.2013
Айырылышыу ҡиммәткә төшәсәк

Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев никахты тарҡатҡан өсөн дәүләт пошлинаһын арттырыу мәсьәләһен тикшерергә тәҡдим яһаны. “Был айырылышыу осраҡтарын кәметергә ярҙам итеүсе кәртә буласаҡ”, – тине ул.

Ысынлап та, һуңғы осорҙа ғаилә тарҡалыу проблемаһы милли бәләгә әйләнде. Илебеҙҙә айырылышыуҙар никахҡа инеүселәр һанының 80 процентын тәшкил итә. Ә ҡайһы бер урындарҙа, мәҫәлән, Ленинград өлкәһендә бер өйләнешеүгә бер айырылышыу тиерлек тура килә.
Әле дәүләт түләме ир менән ҡатындың һәр береһенән 400-әр һум тәшкил итә. Был сумманы Федерация Советы ағзаларының кемеһелер– 4, кемеһелер 30 мең һумғаса арттырырға, ти.
Әлбиттә, 30 мең һум – бик ҙур дәүмәл. Ныҡлы ҡарарға килгәне барыбер ниәтен тормошҡа ашырһа ла, һәр кем был тиклемде шунда уҡ кеҫәһенән сығарып һала алмаясаҡ. Айырылышыу сигенә еткән ғаилә хәл иткес аҙымды яһауҙы байтаҡҡа һуҙасаҡ. Бер нисә ай уҙғансы, кем белә, кире уйлап та ҡуйырҙар. Закон сығарыусылар тап шуға ынтыла ла инде.
Ләкин ғаиләне тарҡатмай һаҡлаған факторҙар күп һәм төрлө. Финанс йәһәтенән тыш, психологик үҙенсәлектәр, рухи тотҡалар ҙа бар бит әле. Дәүләт түләменең ҡапыл күпкә артыуы айырылышыусылар һанын бер аҙға кәметһә кәметер, бәлки. Тик оҙаҡҡа булмаҫ, сөнки ғаилә ҡиммәттәрен нығытмайынса, һалым-тыйыуҙар менән генә был проблеманы хәл итеп булыуы икеле. Ә быға өлгәшер юл бик оҙайлы: балалар баҡсаһында, мәктәптә, ғаиләлә бәләкәйҙән “никах” төшөнсәһен аңлатыу, нығытыу зарур. Йәштәрҙе ғаилә ҡороу мәсьәләһенә етди ҡарарға өйрәтергә, үҙеңде генә уйламай, яҙмышыңды бәйләгән кешеңде, яҡындарың-туғандарыңды ҡайғыртырға ла бурыслы икәнеңде мейеләренә һеңдереү кәрәк.
Ғаиләлә йәшәү, кем менәндер уртаҡ тормош ҡороу – ул ике яҡлы туҡтауһыҙ, оҙайлы хеҙмәт. Ә беҙҙең юғары тиҙлекле заманда йәштәр ҡабалана-ҡарһалана. Улар өсөн карьера ла тиҙ үҫһен, аҡса ла бөгөн үк күктән яуһын, мөнәсәбәттәр ҙә көйлө генә барһын. Хоҡуҡтар күберәк, бурыстар аҙыраҡ булһын. Бындай ҡараш менән матди тыйыуҙар ғына мәсьәләне хәл итер тигән ышаныс аҙ.
Миҙалдың икенсе яғы ла бар. Йәш кеше аяғында ныҡлы баҫып тормай әле. Шуға күрә ул өйләнешергә атлыҡмаясаҡ. Тимәк, ғаиләләр һаны кәмейәсәк, балалар ҙа аҙыраҡ тыуасаҡ. Халыҡ һаны түбәнәйәсәк.
Тағы ла никахтарын рәсмиләштермәйенсә генә йәшәүселәр күбәйәсәк. Һуңғы йылдарҙа был күренеш былай ҙа киң таралды. Һөҙөмтәлә йәнә лә “иркен мөнәсәбәттәр” өҫтөнлөк аласаҡ, тыуған балалар ҙа быны аңына һеңдереп үҫәсәк. Шулай ғаилә институты емерелеүен дауам итәсәк. Ә ул – йәмғиәтте тотоп, һаҡлап тороусы алтын бағаналарҙың береһе.
Шулай ҙа түләмде арттырыу – заман талабы. Сер түгел, бөгөн йәштәр никахҡа инеүгә еңел ҡарай. Йәнәһе лә, өйләнешеп йәшәп ҡарайыҡ әле. Килеп сыҡмаһа, айырылышыуы ауыр түгел. Хатта ЗАГС-ҡа барғандан һуң өс көн эсендә никахтарын тарҡатырға йүгереп кире килеүселәр ҙә юҡ түгел, ти уның хеҙмәткәрҙәре. Ә ҙур сумма егет һәм ҡыҙҙарҙы баштан уҡ етдиерәк булырға мәжбүр итер, бәлки?
Йәмғиәтебеҙ сирҙәренең береһенән арынырға тырышыу маҡтаулы, әлбиттә. Әммә эш унда ғынамы икән? Илдә күпме никах тарҡалғанын күҙ уңында тотһаң, ҡаҙнаға байтаҡ ҡына килем дә инә түгелме һуң? Мәҫәлән, 600-650 мең айырылышыуҙан йыл да 20 миллиард һум аҡса киләсәк. Ә Дмитрий Анатольевич һуңғы арала гел иҡтисади көрсөк, ҡаҙна дефициты тураһында көйәләнә. Әгәр ҙә, “изге хәстәрлек”кә ҡарамай, айырылышыу осраҡтары кәмемәй икән, был закон тап шул маҡсатта хеҙмәт итәсәк тә инде.


Вернуться назад