Ағиҙелдең “йөҙөк ҡашы”25.10.2013
“Башҡорт гимназияһы ҡайҙа, юлды өйрәтмәҫһегеҙме икән?” — тип һорашам Ағиҙел ҡалаһына инеү менән. Халыҡтың ихласлығы ифрат шатландыра: милли мәғариф учреждениеһын балаларҙан алып өлкән йәштәгеләргә ҡәҙәр барыһы ла белә, ихатаһына тиклем оҙатып ҡуялар.
Гимназияның сәскәгә күмелгән биләмәһе әкиәт донъяһын хәтерләтә. “Һаумыһығыҙ, рәхим итегеҙ!” — тип йылмайып ҡаршы ала уҡытыусылар ҙа. Бындай күркәм мөнәсәбәт кемде генә әсир итмәҫ?!
Ошо урында башҡорт гимназияһының тарихын иҫкә төшөрмәү мөмкин түгел. Ҡайһы берәүҙәр милли уҡыу йортоноң уңышлы эшләп китерен шик аҫтына алып, уны асыуға ҡаршы килһә лә, күптәрҙең яҡты хыялы тормошҡа ашты. Мәсьәләнең ыңғай хәл ителеүендә Башҡортостандың ул ваҡыттағы мәғариф министры Ғ. М. Мөхәмәтйәнованың һәм Ағиҙел ҡалаһының элекке хакимиәт башлығы В. Я. Федоровтың өлөшө ҙур булды. Улар араһында бер нисә тапҡыр эшлекле һөйләшеү ойошторолоп, мәсьәлә ҡағыҙҙа хәл ителде. Башланғысты ғәмәли яҡтан тормошҡа ашырыуҙа мәғариф министры урынбаҫары М. Б. Юлмөхәмәтов, Башҡортостан мәғариф хеҙмәткәрҙәренең квалификацияһын камиллаштырыу институты (хәҙер — Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институты) директоры Р. Ф. Абдуллин, “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналының баш мөхәррире С. Я. Ғүмәров, Ағиҙел ҡалаһы хакимиәте хеҙмәткәрҙәре күп көс түкте. Һөҙөмтәлә 2-се балалар баҡсаһы бинаһында башҡорт гимназияһы асылды. Халыҡтың ҙур теләге менән барлыҡҡа килгәнгәлер, ул тиҙ арала ҡаланың иң абруйлы уҡыу йорттарының береһенә, “йөҙөк ҡашы”на әйләнде. Бөгөн гимназия — белем һәм тәрбиә биреү учреждениеһы ғына түгел, уҡытыу-һауыҡтырыу үҙәге лә. Был йәһәттән педагогик коллективтың уңғанлығын, директор, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Гөлфиә Динисламованың тырыш хеҙмәтен баһаламау мөмкин түгел.
Гимназияла уҡытыу-тәрбиә эшен юғары кимәлдә алып барыр өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылған. Матди-техник база бай, хәҙерге талаптарға тулыһынса яуап бирә. Лингафон, мультимедиа комплексы, заманса йыһазландырылған уҡыу кабинеттары, лабораториялар, оҫтаханалар, башҡорт театр студияһы, китапхана, тыуған яҡты өйрәнеү музейы, тамаша һәм спорт залдары, ашхана — барыһы ла уңышлы эшләй. Башланғыс класс уҡыусыларының һаулығын нығытыу ниәтендә сәләмәтлек төркөмдәре ойошторолған.
Гимназияла һөнәрен, балаларҙы яратҡан уңған педагогтар эшләй. Мәғлүм булыуынса, әле мәғарифты ҡулайлаштырыу, яңыртыу шарттарында һәр яҡлап һәләтле уҡытыусылар талап ителә. Уларҙың дәрес биреүсе, тәрбиәләүсе генә түгел, ә эҙләнеүсе-тикшеренеүсе, психолог, алдынғы тәжрибәне, методика алымдарын оҫта файҙаланған педагог булыуы мөһим. Гимназия коллективы ошо талаптарға тулыһынса яуап бирә. Бында һәр педагогка һөнәри үҫеш, яңы алымдар менән эшләү, төрлө кимәлдәге конкурстарҙа, форумдарҙа, фестивалдәрҙә ҡатнашыу бурыстары ҡуйылған.
Гимназия менән Башҡортостандың мәғарифты үҫтереү институты араһында тығыҙ бәйләнеш булдырылған. Мәктәптең ғилми-методик эшен ойоштороуҙа, заманса технологияларҙы ҡулланыуҙа, һәләтле балаларҙы үҫтереүҙә, педагогтарҙың белемен даими камиллаштырыуҙа, башланғыс кластарҙа федераль дәүләт белем биреү стандарттарын бойомға ашырыуҙа һәм башҡа йәһәттән хеҙмәттәшлектең роле баһалап бөткөһөҙ. Уҡыусылар ғилми-тикшеренеү эше менән шөғөлләнә, төрлө проекттар булдыра, башланғыстар Башҡортостандың мәғарифты үҫтереү институты хеҙмәткәрҙәре ярҙамында үҫтерелә. Гимназиялағы ғилми-методик совет был йәһәттән маҡсатлы эш алып бара. Унда гуманитар фәндәр (йәмғиәтте өйрәнеү, хоҡуҡ, иҡтисад, тарих, Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте), филология (башҡорт, урыҫ теле һәм әҙәбиәте, инглиз теле), тәбиғәт-математика (география, физика, химия, математика, экология, биология, информатика) секциялары бар. Шуныһы айырыуса һөйөнөслө: гимназиялағы ғилми йәмғиәттә ижади-тикшеренеү эше менән шөғөлләнгән уҡыусылар төрлө кимәлдәге конкурстарҙа яҡшы һөҙөмтәгә өлгәшә, белем алыуын республиканың ғына түгел, ә Ҡазан, Санкт-Петербург, Мәскәү юғары уҡыу йорттарында дауам итә. Тимәк, педагогик коллективтың хеҙмәте ерҙә ятып ҡалмай, ҙур баһа ала. Уҡытыусы өсөн шунан да ҙурыраҡ бәхет юҡтыр ул!
Ата-әсә лә гимназияның эшмәкәрлегенән бик ҡәнәғәт. Улар педагогик коллективтың уңған, тырыш, заманса ҡарашлы булыуын билдәләй. Белем биреүгә генә түгел, тәрбиәгә, тыуған төйәктең тарихын, мәҙәниәтен, халыҡтың ғөрөф-ғәҙәтен, йолаларын өйрәнеүгә ҙур иғтибар бүленә. Тимәк, йәш быуынға илһөйәрлек, әхлаҡ кеүек изге төшөнсәләр һалына.
Башҡорт гимназияһы коллективының тынғыһыҙ, ныҡышмалы хеҙмәте төрлө йылдарҙа ҙур наградалар, исемдәр, грант менән билдәләнде. Әммә ағиҙелдәрҙе яуланған ҡаҙаныштар ғына ҡәнәғәтләндермәй, улар һаман да ышаныслы аҙымдар менән алға барыуын дауам итә.