Дуҫлыҡ булһа, илдә иман була30.12.2011
Һәр дәүләттең, һәр йәмғиәттең ныҡлығы, камил үҫеше унда йәшәгән, уны тәшкил иткән халыҡтарҙың үҙ-ара мөнәсәбәтенә бәйле. Башҡортостан Республикаһында күпме дәүер нисәмә милләт дуҫ һәм татыу йәшәй, тимәк, беҙҙә был йәһәттән аҡыллы, дөрөҫ сәйәсәт алып барыла. Быйыл "Башҡортостан" гәзите биттәрендә Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылына арналған байтаҡ мәҡәлә донъя күрҙе. Декабрь башында ошо ваҡиға айҡанлы викторина ла ойошторолдо. Йыл тамамлана, шуға күрә әҙәби-интеллектуаль уйынға йомғаҡ яһар мәл етте.
Әллә һорауҙар ауыр булдымы, әллә яуаптар ебәреү өсөн ваҡыт аҙ билдәләндеме — ни өсөндөр уҡыусыларыбыҙ бигүк әүҙемлек күрһәтмәне. Әммә күңел һалып, ваҡыт бүлеп, эҙләнеп, викторинала ихлас ҡатнашҡандар ҙа булды. Улар — Күгәрсен районының Мораҡ ауылынан Зилә Псәнчина, Ғафури районының Йөҙимән ауылынан Фәнилә Иҙрисова, Еҙем-Ҡарандан Айрат Хәлилов, Тәтешле районының Сорғолдо мәктәбенең V класс уҡыусыһы Әлиә Хәмәтдинова, Йәрмәкәй районының Усман-Ташлы урта мәктәбенең V класы (етәксеһе — М. Шәкүров), Өфөнән Нурия Амангилдина. Һәммәһе лә һорауҙарға яуап яҙған, ләкин ҡайһы бер яуаптар тулы түгел. Еңеүселәр иһә уңышлыраҡтары араһынан билдәләнде. Айрат Хәлиловҡа өсөнсө урын бирелһә, Усман-Ташлы мәктәбе уҡыусылары икенсе урынға лайыҡ булды. Ә беренсе урынды төплө, тулыраҡ яуаптар менән һөйөндөргән Нурия Амангилдина яуланы.
Викторинала ҡатнашҡандарҙың барыһын да етеп килгән Яңы йыл менән ҡотлайбыҙ, именлек, сәләмәтлек теләйбеҙ. Еңеүселәргә бүләктәрҙе 2012 йылдың ғинуарында йәшәгән урындарына алып барып тапшырасаҡбыҙ.
Белешмә өсөн телефон: 272-35-11.