Йәмғиәтте тотоп торған рухи бағана25.10.2013
Аттан тартышыу
Көс, йылдамлыҡ, сослоҡто һынау өсөн һыбайлылар бер-береһен аттарынан тартып төшөрөргә тырыша.
Таш ырғытыу
Бик боронғо көс һынашыу алымы. Мифологик тамыры көс культына бәйле. Батыр егет оло ташты күтәреп сорғота. Ни тиклем алға ташлай — тимәк, шул хәтлем көслө.
Түңәрәктә әйләнеп,
таҡмаҡ әйтешеү
Түңәрәк уртаһына ҡурайсылар, скрипкасылар, ҡумыҙсылар баҫа. Түңәрәктең икенсе ҡатында таҡмаҡ әйтәләр, сәмгә һалып ярышып бейешәләр:
— Тыпыр-тыпыр бейе әле,
Таҡта табырбыҙ әле.
Бер төшкәндә бейеп ҡал,
Һағынып һөйләрҙәр әле.
Беҙҙең ауыл — ҙур ауыл,
Урамдары киң ауыл.
Беҙҙең яҡта һабантуйҙар
Ана шулай үтә ул!
Түңәрәктә ауыл менән ауыл таҡмаҡ әйтешә, мәрәкәләшә. Ҡурайсы, йырсы, сәсәндәрҙең, бейеүселәрҙең ярышы һабантуй буйына бара.
Атылмаҡ йәки
сәңгелдәк уйнау
Ике бейек бағананы тоташтырған урҙаға йыуан арҡандан ҙур сәңгелдәк (атылмаҡ) эшләнә. Ике-өс ҡатлы арҡанға өсмөйөшләп таҡта һалына. Уның бер башына ҡыҙ, икенсеһенә егет баҫа. Башҡалар ҙур түңәрәк булып торалар ҙа, ҡулға-ҡул тотоношоп, йәштәрҙең сәңгелдәктә бәүелгән ыңғайына һамаҡлайҙар:
— Ҡарағай таҡта — шыма таҡта,
Ялтырайҙыр сыуаҡта.
Бер башы уның — ҡояшта,
Бер башы туп(ы)раҡта.
Һу-у-у! —
Ошолай итеп төрлө тауыштар менән һөрәнләйҙәр:
— Ҡарағай таҡта, буй-буй таҡта,
Талпына ла ҡалҡына,
Талпына ла ҡалҡына,
Йәш йөрәгем елкенә.
Һу-у-у!
Мәрәкә уйындар
Ҡалаҡҡа йомортҡа һалып, тоҡ кейеп йүгереү, бүрәнә өҫтөндә эсенә юнысҡы, бесән тултырылған тоҡ менән “һуғышыу”, күҙ бәйләп әйбер киҫеү, аҙым һайын исем әйтеү, тулы күнәктәр менән йүгерешеү, ике кеше “бер кеше” булып (береһенең һул аяғына икенсеһенең уң аяғы бәйле килеш) һикереү һ.б. Мәргәнлекте һынау өсөн бейек ҡолғаға тағылған түбәтәй йә бүреккә уҡ атышыу, бүкән өҫтөндә ултырған сеүәтәгә атыуҙар, ағас ботағына йә ҡолғаға аҫылған нәмәгә таяҡ менән бәреүҙәр һ.б.
Һабантуй аҙағында еңеүселәргә бүләктәр тапшырыла. Колхоз, совхоз эштәре, сәсеү мәшәҡәттәре буйынса алдынғылар һабантуй башында билдәләнә. Һабантуй әләмен алдынғы механизатор йә һауынсы күтәрә. Уларға бүләктәр тапшырыла.
Элек һабантуй бер нисә көн барған. Һәр ырыу, ара үҙенең бар һәләтен, батырҙарын күрһәтергә, һәр ҡайһыһы тирмәләрҙә ҡунаҡ булып сығырға тейеш булған. Йыйын бағанаһына тамғалар ырып, ырыу араһында тоғролоҡҡа ант әйтешеү үткән.
“Мал ҡото —
Аллаһ һынауы”
Яҙын баш итенә саҡырышыу була. “Баш күрһәтеү” йәки “һарыҡ башын күрһәтеү” тиҙәр. Йәй булһа ла, ҡыш булһа ла үткәргәндәр. Яҙын үткәргән был йола малдың ҡотон һаҡлай, ишәйеүенә булышлыҡ итә тип һаналған. 23-25 мартта баш ашы үткәргәндәр, майлы, кимерсәкле урынынан ҡойҡа бешереп һыйлағандар.
Сәсеү йолаһы
Өлкәнерәк ир менән ҡатын, аҫҡы кейемен һалып, тупраҡҡа ултырып ҡарай. Әгәр ер һыуыҡ булһа, тупраҡ батып барһа, сәсергә иртә. Усҡа тупраҡ йомоп ҡарайҙар: әгәр ер уҡмашһа — сәсеүгә иртәрәк, тупраҡ таралып торһа, тимәк, ваҡыт еткән, тиҙәр.
Сәсеүгә сыҡҡанда элек бабайҙар ергә бешкән күкәй “сәскән”, йәғни тәгәрәткән. Башаҡ йомортҡа һымаҡ тәгәрәп үҫһен, иген мул булһын тигәндән шулай эшләгәндәр.
“Яҙын тәүге күк күкрәү —
йыл килеү билдәһе”
Тәүге күк күкрәгәндә, йәй менән ҡыш айырыла, ти халыҡ. Күк иртә күкрәһә — йәй иртә килә, һуң булһа — һуң килә, ямғырлы йәй була.
Күк күкрәгәндә ергә ятып тәгәрәйҙәр, уңға, һулға бер нисә рәт шулай итәһең.
“Билем, башым, аяҡас!
Ҡаҫта, яман минән ҡас!” —
тип ҡысҡыралар, ат булып кешнәйҙәр.
Беренсе күк күкрәүен ишетеү менән әбейҙәр өй, ихата тирәләй йүгән шалтыратып йөрөй. Күккә ҡарап йүгәнен болғай-болғай ҙа ергә һуға, болғай-болғай ҙа ергә һуға.
Ҡорайт, күгем! Ҡайт, күгем!
Ҡорайт, күгем! Ҡайт, күгем!
Уралдан кил — һыйыр һөтлө була,
Яландан кил — бейә һөтлө була,
Туғайҙан кил — үлән һөтлө була,
Ҡорайт, күгем! Ҡорайт, күгем!
И-һо-һо-һо! Һо! -Иһо-һо! —
тип һамаҡлағанда, ат булып кешнәгәндәр. “Ерҙә тәгәрәү шифалы була, иҫке сирҙәр китә”, — тиҙәр оло инәйҙәр.
Май аҙағы — июнь башында борон-борондан ҡалҡыу урындан, йәшел хәтфә өҫтөндә күкәй тәгәрәтеү йолаһы үткәргәндәр. Һәр өйҙә күкәй буяғандар. Ғәҙәттә, уны беренсе май алдынан кис буяйҙар. Һуған һарыһын йә имән ҡайырыһын ҡайнатып, шул һыуға бешерәләр. Ҡыҙыл-һарғылт, күкһел төҫтәге йомортҡаны тәгәрәтеү — Ер-анаға рәхмәт һәм олоҡлау белдереү. “Күкәй һымаҡ эре булһын бойҙай! Туҡ булһын икмәк! Туҡ булһын балалар!” — тип теләйҙәр. Аҡһаҡал ҡалҡыу урын өҫтөндә уртала ултыра ла төрлө яҡҡа тәгәрәтеп ебәрә. Күкәй артынан балалар йүгереп, үҙҙәре тәгәрәтеп ярыша. Кемдеке йырағыраҡ китә, ватыла, шуның өлөшө күп тип юрап, күкәй ашайҙар. Ҡош-ҡорт, үлән өлөшө тип ерҙә лә ҡалдыралар.
Аңлатмалар: йомортҡаны ҡыҙыл төҫкә буяу (һуған ҡабығына ҡайнатып) — ҡан символы: туғанлыҡ, буласаҡ тереклек, тыуым артыу хаҡына магия. Йомортҡа тәгәрәтеү буласаҡ уңыш, бай дәүләт тылсымына ҡарай. Мифологик планда иһә күкәй тәгәрәтеү Ер-ананы аталандырыу мотивын сағылдыра.
Матур кейенеп, уҡалы яулыҡ, елән, бәбәйле күлдәк кейеп яланға сыҡҡандар, сөнки һәр тамға, биҙәк — Тәбиғәт көстәрен саҡырыусы, ишәйтеүсе серле тылсымлы билдә, символ ул.