Ярты хаҡҡа осоғоҙ!25.10.2013
60 йәштән уҙған пенсионерҙар Сочи, Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларында йәшәгән туғандарының, дуҫтарының хәлен белергә йә иһә сәйәхәткә самолет менән ярты хаҡҡа юллана ала.
Арзанайтылған билеттарҙы йәйге осорҙа һатып алырға мөмкин буласаҡ (майҙың уртаһынан алып сентябрҙең уртаһынаса). Бының өсөн Рәсәй Хөкүмәте менән махсус килешеү төҙөгән авиакомпанияларҙың кассаларына мөрәжәғәт итеү зарур. Әлеге ваҡытта социаль осоштарҙы “Себер”, “Аэрофлот”, “Трансаэро”, “Рәсәй” кеүек билдәле ойошмалар һәм “Мирнинск авиапредприятиеһы”, “Яҡут” төбәк авиакомпаниялары тормошҡа ашыра. Был яңылыҡ бигерәк тә Алыҫ Көнсығыш төбәктәрендә йәшәгән оло йәштәгеләр өсөн ҡыуаныслы, сөнки уларға үрҙә телгә алынған йүнәлештәргә осоу өсөн айырыуса күп аҡса сарыфларға тура килә.
Эшләргә һәм эшләргә
Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, Рәсәйҙә пенсия йәшенә еткән кешеләрҙең дүрттән бер өлөшө генә эшләүҙән туҡтай, күпселеге иһә хеҙмәт юлын дауам итә.
Аныҡлабыраҡ әйткәндә, рәсми пенсия йәшенә еткән ирҙәрҙең – 37, ҡатын-ҡыҙҙың 54 проценты пенсияның тәүге биш йылында әүҙем эшләүен дауам итә. Ирҙәрҙең 60 йәштә генә пенсияға сыҡҡанын иҫәпкә алғанда, шуныһы ҡыҙыҡ: 55 — 60 йәшлек хеҙмәткәрҙәр араһында ирҙәрҙең һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың һаны бер сама тиерлек. Эшләүселәр араһында 60 — 65 йәшлектәр ҙә бихисап: ҡатын-ҡыҙ һаны – 32, ирҙәрҙең – 37 процент.
Ҡартайтырға ашыҡмағыҙ
Белгестәр билдәләүенсә, оло йәштәгеләрҙең күбеһе үҙен тап ошолай атағанды ҡабул итергә теләмәй, имеш.
Әйткәндәй, был үҙенсәлек уларҙың матди хәленә лә, белем кимәленә лә, биологик йәшенә лә бәйле түгел. Шуныһы ҡыҙыҡ: араларында белем кимәле бик юғары булған, етеш тормошта йәшәгән 60 йәшкә тиклемге кешеләр осрай, улар “миңә иҫәпле генә ғүмер кисерәһе ҡалды” тип зарланырға ярата. Бәғзеләре иһә 70 йәшкә еткән, үҙҙәре әллә ни белемле лә түгел, матди иркенлек тә кисермәйҙәр, мәгәр ололарҙың аяныслы яҙмышы хаҡында фәлсәфә һатырға яраталар. Әлбиттә, был рәткә үҙҙәрен индерергә уйламайҙар ҙа.