Ауыл арифметикаһы ниҙән башлана?30.12.2011
Ауыл арифметикаһы ниҙән башлана?Ҡоштар өҙҙөрөп һайраған йәйге сихри таңдарҙы, көтөүсенең сыбыртҡы шартлатыуынан уянып киткән матур иртәләрҙе күптәребеҙ хәтерләйҙер. Ауыл урамдарына һыйыша алмайынса, көтөү артынан көтөү үткәне, мөңрәшкән һыйырҙарҙың ялҡау ғына атлап уҙыуы, көтөүсе этенең һирәк-мирәк өрөп алыуы әле лә күҙ алдында тора. Былар иһә иртәнге тынлыҡҡа ниндәйҙер биҙәк өҫтәй. Ошо ҡабатланмаҫ ваҡытты һағынаһың да ауылдың бөгөнгө йөҙөнә күҙ һирпәһең, әлеге һулышына ҡолаҡ һалаһың.
Һайрар ҡоштарын алып килгән ҡояшлы яҙҙар ҙа, эҫе йәйҙәр ҙә үтеп китте. Хәҙер көн һайын иртәнге сихри тынлыҡты боҙоп, ихата ҡапҡалары шығырҙап асыла, ихатаға мал-тыуар ағыла. Әммә яҙ яҡынлашҡан һайын ауыл халҡын бер һорау борсой: миҙгеле еткәс, махсус рәүештә ялланып эшләүсе көтөүсе табылырмы? Элек ауылда бындай проблема булманы. Һәр урамда халыҡ яллаған көтөүсе бар ине, килешеү буйынса йорт хужалары көтөүсене иртәле-кисле ашатты, хатта мунсаһын яҡты, уға тейешле аҡсаһын, бәрәңгеһен, ашлығын бирҙе. Малың — көтөүҙә, үҙең — эштә: йәнең тыныс.
Ә хәҙер бына нисә йыл инде ауылдар көтөүсеһеҙ. Был нимәнән килеп сыҡты һуң? Әлеге һорауға ауыл халҡы төрлөсә яуап эҙләй. Йәнәһе, заман үҙгәрҙе, уҡымышлылар күбәйҙе. Мин дә мулла, һин дә мулла, атҡа бесән кем һала, тигән кеүегерәк була инде. Бигерәк тә эшһеҙлек осоронда. Төптәнерәк уйлаһаң, башҡасараҡ буғай. Елкә йоҡа, ялҡаулыҡ көслө түгелме икән?
Бер кемгә лә сер түгел: ауылдарҙа хәҙер эшһеҙлек, эскелек сәскә ата. Теләгән һәр кеше фермер, алыпһатар булып китмәй, йәиһә магазин тота алмай бит. Әзмәүерҙәй ир-егеттәр ата-әсәһенең барлы-юҡлы пенсия аҡсаһына йәки балалар пособиеһына өмөт итеп ята. Етмәһә, тәмәкеһен дә тарта, “төшөрөргә” лә ярата. Әсәй-ҡарсыҡ пенсияны ала ла шунда уҡ газына, һыуына, электрына түләй. Магазинына һуғылып, сәй-шәкәрен һатып ала, утыҙҙан уҙған улына тиҫтәләгән ҡап сигаретын да, ҡайһы саҡта һыраһын да алып ҡайтырға онотмай. Нишләйһең, үҙ балаң бит. Бындай иғтибар булғанда, ниңә эшләргә, ауыл көтөүсеһе булып ялланырға? Нишләп ул йәйен иртәнге сәғәт 5-тән тороп, киске 9—10-ға ҡәҙәр, телен арҡыры тешләп, “сабата туҙҙырып” йөрөһөн инде...
Сиратлап көтөү менән ялланған көтөүсе араһында айырма байтаҡ бит әле. Тәүгеһе, ғәҙәттә, минән киткәнсе, сират үткәнсе, тип кенә “тырыша”. Ҡайһы бер ауылдарҙа, ысынлап та, сират буйынса көтөүгә сығырға кеше таба алмайҙар. Көнөнөкөн көнөнә ингән аҡса кеҫәне тишер инеме икән? Бер нисә көн көтөүҙә елләнеп ҡайтһаң, сәй-шәкәрлек, коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүгә булһа ла етерлек аҡса инергә тора.
Малдар ял иткәндә, эргәләге урманда селек, миндек әҙерләргә, мәтрүшкәһен дә йыйып алырға мөмкин. Иренмә генә! Миҙалдың икенсе яғы ла бар икән: ҡайһы берәүҙәр, көн һайын түләп торғансы, үҙе көтөүгә сығырға ла риза. Хатта хәллерәк, һаран кешеләр ҙә.
Хәҙер ауыл ихатаһында мал-тыуар кәмей. Бигерәк тә һыйыр аҫрау проблемаға әйләнде. Ике-өс кешенән торған ғаиләгә һыйыр тотоу отошло түгел. Мал әҙ булғас, бер миҙгелдә көтөүгә өс-дүрт тапҡыр сығырға тура килә. Халыҡтан һөттө лә арзан хаҡҡа йыялар. Уның литры йәйен ни бары 7 һум тирәһе тәшкил итһә, октябрь айҙарында — 7 һум 45 тин. Сағыштырып ҡарағыҙ: магазинда һөттөң бер литры — 22 һум самаһы. Ә литр ярым минераль һыу 14-15 һум торһон әле?! Иҫ-аҡыл китерлек. Улай ғына ла түгел, халыҡтан һөт йыйыусы шәхси йүнсел йәйен иртәнге сәғәт 5-тән тороп, күк күкрәп, ямғыр ҡойһа ла, үҙенә тоғро малҡайын егә лә ҙур ауылдың урамдарын әйләнеп сыға. Уның хеҙмәт хаҡы күпме тип уйлайһығыҙ? Әйтергә лә оят — 1200—1300 һум. Һөттө шәмбе көндәрендә лә йыя бит. Аты, ҡамыты, арбаһы ла үҙенеке. Машинаға яғыулыҡ кәрәк булған кеүек, атҡа ла ризыҡ талап ителә. Шул уҡ ваҡытта бындай кешегә сабырлыҡ та кәрәк. Бисара ғәҙәт буйынса атына ултыра ла сығып китә.
...Бер һыйырҙы яҙға ҡәҙәр аҫрап сығарыу өсөн ҙур йөк машинаһы бесән, һалам, оно кәрәк. Күптәр сөгөлдөрөн, ҡатнаш аҙығын да әҙерләй. 8—10 саҡрым йыраҡҡа йөрөп, аяҡ табандарыңды ҡыҙҙырып, хәлдән тайғансы бесән сабыу, уны йыйыу еңелдән түгел. Ярай әле сапҡан бесәнең ҡойма ямғыр аҫтында ҡалмаһа. Ундай саҡта бер-ике көн бесән әйләндергән асыулы кешеләрҙең ауыҙынан әселе-сөсөлө һүҙҙәр ҙә ишетелеп ҡала. Ә инде шоферҙы һыйлап, бесәнеңде 500 һум самаһына ихатаңа алып ҡайтыр өсөн бер нисә көн ауыҙ һыуыңды ҡороторға тура килә. Шуға ла ҡайһы берәүҙәр һыйыр аҫрауҙы отошло тип һанамай. Хәҙер һөт ризыҡтарын ауыл магазинында ла һатып алырға мөмкин. Ауыл халҡы һуғым өсөн мал аҫрауҙың да әллә ни файҙаһын күрмәй. Бөтөнләй бер шөғөлһөҙ ятҡансы, элекке ғәҙәт буйынса крәҫтиән әҙме-күпме мал тота инде. Ихатаһында 7—8 баш һыйыр аҫраусылар ҙа бар. Уларҙы һимерткәс, бер башмаҡ итенең аҡсаһына һәр береһен туйҙырырлыҡ фураж һатып алырға була. Етһә әле! Быйыл, иген уңғанда ла, уның центнеры ҡайһы бер хужалыҡтарҙа 450 һум самаһы булды — ғәжәпләнмәҫлекме ни?!
Улай ғына ла түгел, тир түгеп, бил бөгөп эшләгән крәҫтиән үҙе етештергәнде теләгән баҙарында һата ла алмай. Ә бит был урында хәл ителмәҫлек түгел... Ауыл кешеһенең елеген хәҙер ҙә алыпһатарҙар һура. Һыйыр итенең килограмын халыҡтан 190-200 һум менән йыялар ҙа 4-5 килограмм ташлама яһаталар. Бауырын, йөрәген, эсәк-ҡарынын, хатта тиреһен дә бушлай алалар. Ҡалалағы баҙарға тапшырып ҡайтҡас: “Ағай, апай, итең фәлән килограмм ғына булды, ташлама яһанылар...” һәм башҡа сәбәптәр табып, хужаның кәйефен төшөрөп китәләр. Хәләл көсө менән тапҡан малы өсөн тейешле аҡсаны бирмәгәс, ул кешенең әсе рәнйеше төшөр тип тә уйламайҙар. Ниңә кеше өлөшөнә инергә? Шул уҡ ваҡытта баҙарға инһәң, әллә ҡайҙан йылмайып торған, һандуғас телле һатыусы ҡатындар һыйыр итенең килограмына 250-300 һум һорап тора. Улар ҙа, әлеге лә баяғы, ерҙә бил бөккән сабыр ауыл кешеһенең иҫәбенә көн күрә.
Ана шулай, крәҫтиән тормошоноң бормалы ла, һикәлтәле лә юлы шәхси ихатанан башлана ла баҙар ҡапҡаһы эргәһенә барып терәлә. Ә баҙар һәр саҡ шау-гөр килеп, һине үҙенең ҡосағына алырға ғына тора. Кеҫәңдә аҡсаң ғына ҡыштырҙап торһон. 100 тәңкәңде һуҙһаң, төтөндә ыҫланған ике-өс турам итте лә ауыҙ итә алаһың... Бына шундайыраҡ ауыл менән баҙарҙың сағыштырмаса арифметикаһы.
Йәйге-көҙгө айҙарҙа бында өлкән йәштәгеләрҙең еләк-емеш, бәшмәк, көнбағыш, картуф, йәшелсә, балыҡ кеүек үҙ әйберҙәрен һатып торғанына тап булаһың. Быларҙы улар үҙе теләгән хаҡҡа һатырға тырыша. Шуныһына ла һөйөнә улар. Ә бит күңелде мең һорау телгеләй...
Эйе, тормош тигән үҙәндән атлағанда, шаулы баҙар майҙанында сиратта торғанда, күҙҙәреңде киләсәккә бағып, ауырһынып һулыш алғанда ла, ете юл сатында һерәйеп тороп ҡалғанда ла башҡа төрлө уйҙар килә...
Әнүәр СӨЛӘЙМӘНОВ.
Бишбүләк районы.


Вернуться назад