Бәхеткә бәрәкәт өҫтәп...19.11.2011
“Башҡортостан” гәзитенең 12 май һанында Өфө ҡалаһында йәшәүсе Гөлнара һәм Александр Лабановтарҙың Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың блогына ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүе хаҡында мәҡәлә донъя күргәйне. Эш шунда: быйыл яҙ ғаиләлә өс сабый донъяға килгән. Бер юлы өс бала тыуған осраҡта фатир биреүҙе күҙаллаған программа барлығын белеп, Лабановтар инстанциялар юлын тапай башлаған. Әйтеүҙәренсә, “барыһын да законлы юл менән, йәмәғәтселек иғтибарын йәлеп итмәйенсә генә башҡарырға” теләгәндәр, әммә бер ни ҙә килеп сыҡмаған.
Баҡтиһәң, Александрҙың эш хаҡын ғаиләнең һәр ағзаһына бүлгәндән һуң, һәр ҡайһыһына 6-шар мең һум аҡса тура килә. Был илдәге йәшәү минимумынан яҡынса бер мең һумға күберәк.
Тимәк, закон буйынса, Лабановтар балаларға бушлай һөт ризыҡтарына, торлаҡ-коммуналь түләүҙәргә субсидияға һәм башҡа льготаларға ла дәғүә итә алмаған. Сараһыҙлыҡтан Лабановтар Президент блогына хат яҙырға мәжбүр булған.
Республика Президенты был хәлгә битараф ҡалманы, ғаилә менән өйҙәренә килеп танышты, ошондай осраҡтарға ярашлы льготалар ҡабул итеү тураһында эш башлау зарур, тип белдерҙе.
Ошо көндәрҙә билдәле булыуынса, тиҙҙән Лабановтар ғаиләһе бер түгел, ике йортто туйлаясаҡ: уларға бер һәм өс бүлмәле ике фатир бүленгән.
Г. САЛАУАТОВА.


Вернуться назад