Тағы бер малай кәрәк!25.10.2013
“Әсәлек даны” миҙалын алған ҡатын-ҡыҙҙар сафы тағы бер ни тиклем тулыланды: ошо көндәрҙә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова алтмышҡа яҡын әсәгә ошо юғары награданы тапшырҙы. Әйткәндәй, республикала был матур тантана 106-сы тапҡыр үткәрелде.

Һәр саҡтағыса, миҙал алырға килеүселәр Башҡортостандың бөтә төбәгенән дә тиерлек бар ине. Айырыуса Баймаҡ, Әбйәлил, Бишбүләк, Учалы, Хәйбулла райондарынан әсәләр күп булды. Араларында, хужабикәләрҙән тыш, йәшәйешебеҙҙең төрлө өлкәһендә тырышып эшләүселәр ҙә бихисап.
— Һеҙҙең бөтәгеҙҙе лә бер һыҙат берләштерә — бала йәнлелек. Президентыбыҙ әйтеүенсә, балаларыбыҙ — республиканың алтын фонды, киләсәгебеҙ ул. Улар лайыҡлы тәрбиә алһын өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләргә тейешбеҙ, — тине Лилиә Салауат ҡыҙы.
Вице-премьер әйтеүенсә, бер ниндәй ҙә матди ҡыйынлыҡҡа ҡарамай, республика етәкселеге ғаиләләргә ярҙам итеү буйынса бурыстарын теүәл үтәй. Былтыр ошондай маҡсатта 3,2 миллиард һум аҡса бүленгәйне, быйыл да ярҙам кәм булмаясаҡ. Әле күп кенә льготаларҙы аҡсаға әйләндереү бара. Был тигеҙлек һәм ғәҙеллеккә өлгәшеү өсөн кәрәк.
Учалы районынан килгән Гүзәл Бураншина менән аралашабыҙ. Ул тегенсе булып эшләй икән, ә ире Зөфәр йыраҡ араларға йөк машинаһы йөрөтә. Ғаиләлә Аида, Маргарита, Фәниә исемле өс ҡыҙ һәм ике малай — Рөстәм менән Искәндәр — үҫә. Өлкәненә 15 йәш тулһа, иң бәләкәсенә ике йәш ярым ғына.
— Балалар ҡыҙ һәм малайҙар һаны тигеҙ булһын өсөн тағы бер малай һорай. Әле миңә 40 йәш тә тулмаған, шуға күрә, Хоҙай насип итһә, тағы табырға иҫәп тотам. Улар бит ҙур шатлыҡ һәм бәхет, — ти әсә, йылмайып.
Тантана һуңында миҙал алыусылар фотоға төштө, тәмле сәй менән һыйланды.


Вернуться назад